Мәктәптән һуң Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Әбйәлил филиалында тракторсы-машинист һөнәрен үҙләштерергә өлгөргән Нияз былтыр ноябрь айында Рәсәй Ҡораллы көстәре сафына саҡырыла. «Беҙҙең ауыл егеттәре бер ҡасан да ил алдындағы бурысын үтәүҙән ҡасып ҡалмаған, күптәр «ҡыҙыу нөктә»ләрҙә лайыҡлы хеҙмәт иткән, — тип һөйләй әңгәмәсем. — Үҙем дә бәләкәйҙән армияға барырға теләнем, ағайым Альфред Ғилажев минең өсөн йүнәлеш биреүсе, өлгө булып торҙо».
Өфөләге йыйылыу пунктынан киткәс тә, райондашыбыҙ Мәскәү өлкәһенә эләгә һәм йәш яугир курстарын үтеп, Ҡыҙыл Байраҡлы мото-уҡсылар дивизияһына ҡараған ракета ғәскәрҙәре һәм артиллерия часында хеҙмәт итә башлай. «Бында Башҡортостандан һалдаттар байтаҡ, минең менән бергә Әбйәлидән ике егет бар, — тип дауам итә ул. — Хеҙмәт шарттары, туҡланыу ҙа яҡшы, баш ҡалаға сығып йөрөү мөмкинлеге бар. Хеҙмәттәштәр менән татыубыҙ. Иртәнсәк сәғәт 5-тә торабыҙ ҙа, ул-был эштәрҙе теүәлләп алғас, физзарядкаға сығабыҙ, шунан иртәнге аш һәм көндәлек һалдат тормошо башлана. Берәүҙәр биләмәне тәртипкә килтерә, икенселәр устав уҡый, өсөнсөләр сафта йөрөү нигеҙҙәрен нығыта һәм башҡалар. Төшкө аштан һуң ял ҡаралған. Киске 9-ҙа барыбыҙҙы ла исемлек буйынса тикшереп сығалар — был армияла мотлаҡ үтәлеүсе талап. Уның араһында полигонға, күнекмәләргә йөрөйбөҙ».
Шундай хәрби күнекмәләрҙең береһе ваҡытында Нияз хеҙмәт иткән частең Еңеү парадында ҡатнашасағы билдәле була. «Тәүҙә исемлеккә эләкмәгәнемә кәйефем ҡырылғайны, — ти әңгәмәсем. — Март башы ғына ине әле. Шунан полигонда булғандарҙы ла сафҡа теҙеп, тағы кемдәр парадҡа сығырға теләй тип һоранылар һәм мин шунда уҡ ризалаштым, сөнки ҡасан эләгә әле ул Ҡыҙыл майҙан буйлап парадта үтеү!»
Иртәгәһенә үк һалдаттарҙы часкә ҡайтаралар һәм 9 майҙың төп сараһына етди әҙерлек башлана. «Башта үҙебеҙҙең частә, плац буйлап сафта йөрөүҙе нығыттыҡ. Күп тә тормай, Алабинолағы полигонға юлландыҡ. Унда беҙҙән тыш, бөтә илдән парадҡа сығасаҡ хәрби частәр вәкилдәре йыйылды, — тип һөйләй Нияз. — Көн дә иртән теҙелеп баҫабыҙ, ҡат-ҡат бер үк ғәмәлдәрҙе ҡабатлайбыҙ, сөнки бындай мөһим ваҡиғала берәү ҙә яңылышырға, Ҡораллы Көстәр исеменә тап төшөрөргә тейеш түгел. Махсус һанап ҡараманыҡ, әлбиттә, шулай ҙа көнөнә 20 – 30 километр атлап үтәбеҙҙер, ти уйлайым. Тәүҙә аяҡтар өйкәлеп бөттө, көн аҙағына һыҙлап китә ине. Бер аҙнанан тамам өйрәндек, шыма ғына итеп атлап йөрөй башланыҡ. Әҙерлек барышын юғары командование ла көн һайын тиерлек тикшереп тора һәм беҙ һынатмаҫ өсөн тырыштыҡ инде. Шунан, апрель аҙағында парад фор-маһы таратып бирҙеләр, уны үтекләп, билдәләрен тағып, әҙерләп ҡуйҙыҡ. Һәм бына Еңеү көнө алдынан таңғы сәғәт 4-тә үк Ҡыҙыл майҙанға килдек».
Тантаналы өлөш башланғанда, Рәсәй Президенты Владимир Путин телмәр тотҡанда, РФ оборона министры Сергей Шойгу һәр ғәскәрҙе сәләмләгәндә — оҙаҡ ҡына ваҡыт текә торорға ла кәрәк, ә бының өсөн түҙемлек тә, тәүәккәллек тә талап ителә. Бәләкәй сағынан эшкә өйрәнеп, спорт менән шөғөлләнеп үҫкән Нияз Ғилажев өсөн был һынау әллә ни ауырҙан булмай. «Тулҡынланыу булды әлбиттә, ни тиһәң дә беҙҙе бөтә ил ҡарай, Президент алдында торабыҙ. Көн дә һалҡын, күптәребеҙ еңелсә формала ҡалтыранып, өшөнө. Ә минең күңелдә тик шатлыҡ, бәхет, ошондай ҙур ваҡиғала ҡатнашыуым өсөн ғорурлыҡ тойғоһо ине, — ти һалдат. — Шулай уҡ командование тарафынан бер-береңде ҡарау, яңылышһа, төҙәтеп ебәреү бурысы ла ҡуйыла, шуға уйланып торорға форсат юҡ, бөтәһе лә теүәл башҡарыла. Майҙанға беҙ иң аҙаҡтан тиерлек, курсанттар үтеп бөткәс индек һәм тип-тигеҙ итеп атлап үттек».
Үҙенә ҡуйылған бурысты иптәштәре менән бер рәттән лайыҡлы үтәгән Нияз Ғилажевҡа «Мәскәүҙә үткән Бөйөк Еңеү парадында ҡатнашҡан өсөн» миҙалы тапшырыла. Әле ярты йылдай хеҙмәт итәһе бар әле. Ниязға артабан да һынатмай, Ватанына, хәрби антына тоғро ҡалып, ысын ил һаҡсыһы булып, тыуған ауылына имен-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ!