Йәмғиәт
20 Июня 2021, 04:00

Бөгөн - Атайҙар көнө!

Атайҙар көнө алдынан Башҡортостанда “Атай ҡаһарманлығы” миҙалына лайыҡлы кешеләрҙең исемлеге билдәле булды. Улар араһында беҙҙең яҡташыбыҙ ҙа булыуы айырыуса ҡыуаныслы.

Июндең өсөнсө йәкшәмбеһендә күп илдәрҙә, шул иҫәптән Рәсәйҙә Атайҙар көнө билдәләләнә. Быйыл ул 20 июнгә тура килә.
Барлыҡ Атайҙарҙы байрам менән ҡотлайбыҙ, ғаилә именлеге, һаулыҡ, балаларҙың рәхмәтле булып үҫеүен теләйбеҙ.
"Аталы бала – арҡалы", – тиҙәр халыҡта. Атаһынан яратылып үҫкән ҡыҙҙар бәхетле, малайҙар ихтыярлы була. Балаларын һөйөп үҫтергән, илгә кәрәкле кешеләр итеп тәрбиәләгән, ғаиләләрен хәстәрлек менән уратҡан атайҙарҙың барыһы ла маҡтауға лайыҡ.
Атайҙар көнө алдынан Башҡортостанда “Атай ҡаһарманлығы” миҙалына лайыҡлы кешеләрҙең исемлеге билдәле булды. Улар араһында беҙҙең яҡташыбыҙ ҙа булыуы айырыуса ҡыуаныслы. Награда конкурс һөҙөмтәләре буйынса ғына бирелә. 27 еңеүсе араһында Ҡырҙас ауылынан Байрам Лоҡманов та бар. Ул ҡатыны Фәниә менән үҙҙәренең өс улынан башҡа өс ҡыҙ һәм бер малайҙы көтөргә алып, яҡшы тәрбиә бирҙеләр. Еңеүселәрҙе бүләкләү датаһы һуңыраҡ билдәле буласаҡ.
Читайте нас