Әбйәлилдәр ҙә сифатлы һәм файҙалы һөт продукцияһы менән тәьмин ителеү мөмкинлегенә эйә булды, ниһайәт. Республиканың «Һөт кухняһы» ДАУ-һы продукция таратыу нөктәләре географияһын киңәйтеп, сираттағыһын район үҙәге Асҡарҙа асты.
Быға тиклем кескәй балалары булғандар, йөклө ҡатындар һәм бала имеҙгән әсәләр ҡоро һөт ҡатнашмаларын һәм тейешле һөт продукцияһын дәүләт дарыуханаһы базаһында алһа, хәҙер Таңатар урамы, 9 адресы буйынса «Тамъян» ашханаһы бинаһының бер мөйөшөндә урынлашҡан фирманың махсус таратыу нөктәһенә йөрөйәсәк. Яңы урында продукцияны һатыу ҙа ойоштороласаҡ.
Дарыухана аша ни бары «Һөт кухняһы» продукцияһын бушлай алыуға хоҡуҡтары булғандар ғына тәьмин ителә ине. Улар – әҙ тәьмин ителгәндәр категорияһына ҡараусы өс йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләр, ауырлы ҡатындар, бала имеҙгән әсәләр, ата-әсәһеҙ ҡалған өс йәшкә тиклемге етем балалар. Дөйөм алғанда район буйынса 500-ҙән ашыу кескәйҙәр бушлай һөт ризыҡтары менән тәьмин ителә.
#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан