— Баласаҡ нисек хәтеремдә ҡалғанмы? Өҙөп ҡапҡандай тәғәм ризығыбыҙ юҡ. Әсәйем ат ҡараусы булды. Булған һый-ниғмәтебеҙ — ул йәшереп алып ҡайтҡан бер ус һоло. Шунан ҡыҙҙырған ҡурмас менән генә үлмәй ҡалғанбыҙҙыр. Мәктәптә лә кеҫә төбөндәге һоло бөртөктәре менән үҙәк ялғап ала инем, — Замановтың һаман да тимерҙәй сыңлап торған тауышы ҡалтыранып китә.
— Һуғыш бөткәс тә илдә аслыҡ-яланғаслыҡ үтмәне. Ябыҡ оҙон үҫмер булып буй еткерҙем. Студент йылдарымда ла тамаҡ ашҡа туйманы, кейемһеҙ инем. Уның ҡарауы, уҡырға, кеше булырға тигән теләгем ҙур булды. 29 йәшкә еткәнсе өйләнмәүемдең сәбәбе лә аяҡҡа ныҡлы баҫма-йынса ғаилә тормошон башларға әҙер түгеллегемә бәйле ине, — инде ағайыбыҙҙың ирен ситенә йылмайыу сыға, тауышы көрәйә.
Ғөмүмән, һыр биреп, зарланып йәшәү уның булмышына хас сифат түгел. Күңел йомшаҡлығы иһә уның саф изге йөрәгенең сағылышы. Заман ауырлыҡтары уны һындырмаған, кире-һенсә, сыныҡтырған, көслө итеп тәрбиәләгән, ауырлыҡтарҙы еңергә өйрәткән. Үҫмер генә сағынан тракторсы һөнәрен үҙләштереп, «Урал» совхозының күп төрлө эштәрендә ҡара тир түгә. Тыуған ил алдындағы изге бурысын үтәгәндән һуң ауыл хужалығы институтының агрономия факультетында белем ала. Дипломлы белгес «Урал» совхозына ҡайтып, баш агроном булып хеҙмәт юлын дауам итә. Марс Зиннәт улына һәр ваҡыт юғары профессионализм һәм оҫта ойоштора белеү һәләте хас була. Ошо сифаттарына таянып, уны 1969–1972 йылдарҙа комсомолдың район комитетына беренсе секретарь, 1972–1983 йылдарҙа Киров исемендәге колхоз рәйесе итеп тәғәйенләйҙәр. Был яуаплы вазифаларҙа М. З. Заманов үҙен алдынғы ҡарашлы белгес, инновацион алымдар ҡулланыусы оҫта етәксе итеп таныта. Артабан 1983–2004 йылдарҙа «Йәнгел» совхозының баш агрономы, хужалыҡтың профсоюз комитеты рәйесе булып намыҫлы хеҙмәт итә.
Марс Заманов йәмәғәт, тәр-биә эштәрендә лә һәр саҡ әүҙем ҡатнаша. Күп тапҡырҙар район һәм ауыл Советтары депутаты булып һайланып, КПСС-тың район комитеты, партком һәм колхоз идараһы ағзаһы булараҡ, районда аграр хужалыҡты үҫтереүгә, ауыл халҡының тормошон, йәшәү рәүешен яҡшыртыуға, йәштәрҙе, балаларҙы тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерә. Фиҙаҡәр хеҙмәте дәүләт тарафынан юғары баһалана. Ауыл хужалығы өлкәһендәге юғары ҡаҙаныштары өсөн 1970 йылда «Фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн» миҙалы менән наградлана, 1973 йылда «Почет билдәһе», 1976 йылда Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендарына лайыҡ була. Ә 1981 йылда уға «БАССР-ҙың атҡаҙанған агрономы» тигән маҡтаулы исем бирелә. Үткән дәүерҙең юғары наградалары — ВЛКСМ Үҙәк Комитетының Почет грамоталарына ла Марс Зиннәт улы ике тапҡыр лайыҡ була. 1996 йылда Рәсәйҙең агросәнәғәт комплексы профсоздарының икенсе съезы делегаты булып ҙур сарала ҡат-нашыу бәхете тейә. Намыҫлы үткәненең шаңдауы әле лә хөрмәт булып ҡайтыуын дауам итә. 2019 йылда «Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы» миҙалы менән бүләкләнә. Хеҙмәт ветеранына быйыл район һабантуйында «Һуғыш балалары» таныҡлығы тапшырылды.
Ҡайҙа ғына эшләһә лә, ғүмерен урындағы хужалыҡҡа, районыбыҙға һәм халҡыбыҙға арымай-талмай хеҙмәт итеүгә бағышлай М. Заманов. Әлеге көндә лә уның һүнмәҫ дәрте һәм оптимизм менән йәшәүе һоҡ-ландыра. Ысын мәғәнәһендә халыҡтың хөрмәтен яулаған абруйлы шәхес ул. Шәхси тормошонда Марс Зиннәт улы — өлгөлө ғаилә башлығы, хөрмәтле атай һәм олатай. Ғүмер юлдашы Мәүҙиға Ғәлимйән ҡыҙы менән биш бала — дүрт ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр, бөтәһенә лә юғары белем биреүҙә, артабан фән юлынан үрләүҙәрендә ныҡлы таяныс булғандар. Хәҙерге көндә ейән-ейәнсәрҙәре уҡыуҙа етди ҡаҙаныштары менән һөйөндөрә.
Юбилярҙы иң беренсе булып район хакимиәте делегацияһы тәбрикләне. Район Советы секретары Б. Ю. Исламбаев Әбйәлил башлығының ҡотлау адресын тапшырҙы, уҙаманға һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер, тыныс ҡартлыҡ теләне. Йылы осрашыуҙан, замандаштары менән хәтирәләр яңыртып, үткәндәргә ҡайтып урауҙан юби-лярҙың күңеле берсә тулды, берсә шатланды. Йәнгел ауыл биләмәһе башлығы Р. Э. Ҡадиров, форсаттан файҙаланып, мәғариф ветераны Мәүҙиға Ғәлимйән ҡыҙына ла «Һуғыш балалары» таныҡлығын тапшырҙы.
Шәхсән үҙемә килгәндә, был ағайҙың исем-шәрифен иҫ белгәнемдән ишетеп үҫтем. Өлкәндәр араһында ла, ғаиләбеҙҙә лә уның исеме фәҡәт яҡшы яҡтан йыш телгә алыныр ине. Марс Зиннәт улының беҙҙең ауылда беренсе кеше — хужалыҡтың, ауылыбыҙҙың үҫешенә тос өлөш индергән колхоз рәйесе булыуын үҫә төшкәс кенә белдем. Ә ул ваҡытҡа инде Замановтар Хәлилдән күсеп тә киткәндәр ине. Әле булһа хәлилдәр «Заманов заманында шулай була торғайны», тип һағынып, етәксене ихтирам менән иҫкә ала. Ауылдаштар осрашыуҙарына ла уларҙың ғаиләһен саҡырмай ҡал-майҙар. Ә ул иҫ киткес шәп хәтере менән хайран ҡалдыра — барса кешене иҫләй, уларға бәйле хәл-ваҡиғаларҙы бөгөнгөләй итеп һөйләй. Хатта ул киткәндә тыуып ҡалған сабыйҙарҙы ла онотмай — 80 йәше менән ҡотларға килгәндәр араһынан мине айырып, «Үҙебеҙҙең Хәлил ҡыҙы бит!» тип танып тороуы ифрат ғәжәпләндерҙе.