Яңы туристик маршруттар булдырған, балыҡсылыҡ һәм һунарсылыҡ буйынса туризмды үҫтергән, ауыл, агро һәм экотуризмды үҫтергән проекттар өҫтөнлөклө буласаҡ. Туризм бизнесы эшҡыуарҙары йәки юридик шәхестәр биш миллион һумға тиклем субсидия алыуы мөмкин. Был проекттың дөйөм суммаһының яртыһы тиергә була. Республикала “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү” милли проектын тормошҡа ашырыуҙа, туризмды үҫтереү йүнәлеше яңы, перспективалы һанала, уның мөмкинлектәре тулыһынса асылмаған әле.