Меценаттар өсөн булдырылған “Атайсал” проектына 4 айҙа 600 миллион һумға 672 заявка бирелгән. 123 миллион һумлыҡ 120 проект тормошҡа ашырылған.
Заявкалар һаны буйынса Ҡалтасы районы лидер булып тора (43), Иглин, Асҡын, Ғафури, Тәтешле райондары кешеләре күп тәҡдим индергән. Ҡалалар араһында Өфө, Нефтекама һәм Күмертау алда бара. Асҡын, Баймаҡ, Саҡмағош райондары – тамамланған проекттар буйынса алдынғылар (һәр береһендә 9).
Яңы заявкалар араһында 165-е – “Йәмәғәтселек биләмәләре” категорияһына ҡарай. Икенсе урында -- теге йәки был ваҡиғаға бәйле проекттар – 80, “Милли мираҫ объекттары буйынса – 68, “Дини объекттар” – 63.
“Атайсал” проектында сит илдәрҙә йәшәүсе ике яҡташыбыҙ ҙа ҡатнашырға теләк белдергән.
Октябрҙә “Атайсал” проектының иң әүҙем ҡатнашыусылары менән “Яҡташлыҡ көсө” тип аталған форум үткәреү планлаштырыла.
“Проектта мин дә ҡатнашам, тыуған ауылымды төҙөкләндерергә ярҙам итәсәкмен”, - тип белдерҙе бөгөнгө оператив кәңәшмәлә республика башлығы Радий Хәбиров та.