+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Июнь 2021, 17:25

Инициатива проекттарына бюджет аҡсаһы бүленәсәк

Башҡортостанда урындағы үҙидаралыҡтың яңы механизмы – граждандарҙың инициатива проекттары ғәмәәлгә индереләсәк.

Башҡортостанда урындағы үҙидаралыҡтың яңы механизмы – граждандарҙың инициатива проекттары ғәмәлгә индереләсәк. Башҡорт парламенты депутаттары тейешле закон ҡабул итте.
Хәҙер кешеләр ҡалала йәки ауылда ниндәй проблеманы хәл итеүҙе үҙҙәре билдәләй һәм урындағы хакимиәткә инициатива проекттары менән мөрәжәғәт итә ала.
“Бындай проекттар партнерлыҡ башланғысында финансланасаҡ – урындағы бюджет һәм республика ҡаҙнаһы иҫәбенә генә түгел, ә граждандарҙың, эшҡыуарҙарҙың һәм ойошмаларҙың ирекле иғәнәләре лә йәлеп ителәсәк”, - тип аңлатты парламент спикеры Константин Толкачев.
Урындағы хакимиәткә тапшырылғанға тиклем инициатива проекты граждандарҙың йыйынында ҡаралырға тейеш. Халыҡтың фекерен асыҡлау һорау алыу йәки ҡултамға йыйыу рәүешендә лә үткәрелеүе мөмкин.
Автор:Рахима Мусина
Читайте нас: