Йәмғиәт
29 Июня 2021, 04:35

Ишле йәш ғаиләләр — ауыл киләсәге

Йәштәр ауылда ҡалмай тиһәләр ҙә, тыуған ерен, ауылын һайлаған йәш ғаиләләр күп кенә районда. Һүҙем Үтәгән ауылында матур донъя ҡорған, татыу йәш ғаиләләрҙең береһе — Рәмилә һәм Айнур Мәғәфүровтар тураһында.

Ғаилә башлығы Үтәгән ауылынан. Ә Рәмилә — Амангилденән. Күрше генә ятҡан ауылдарҙа тыуып-үҫһәләр ҙә, танышҡанға тиклем бер-береһен белмәй улар. Яҙмыш егет һәм ҡыҙҙы һөнәр алып, эшләп йөрөгән саҡтарында табыштыра.
— Сибай педагогия колледжын тамамлағас, һөнәрем буйынса эш булманы. Шуға мин курорт төбәгендәге кафеларҙың береһенә ашнаҡсы ярҙамсыһы булып урынлаштым. Ә ул ваҡытта юл ремонт-төҙөлөш идаралығында эшләгән Айнур ошо кафеға ашарға инә торғайны, — ти Рәмилә.
Йәштәрҙең ошонда һүҙе берегеп, ныҡлап дуҫлашып китәләр һәм оҙаҡҡа һуҙмай туй ҙа гөрләтәләр.
Ғаилә ҡорғас, йәш ғаилә тәүҙә Асҡарҙа йәшәй, унан Айнурҙың тыуған ауылы Үтәгәнгә ҡайталар. Ер участкаһы алып, үҙҙәренең тырышлығы, туғандар ярҙамы менән ҙур йорт һалып инәләр.
Ауылда эш юҡ тип һис зарланып ултырмай Мәғәфүровтар. Булдыҡлы хужалар кәртә тултырып ишле мал аҫрай, ҡош-ҡорт үрсетә, мул уңышлы баҡса үҫтерә. Ғаилә башлығы вахта ысулы менән ҡырға йөрөп эшләй. Ә ҡатыны — йорт хужабикәһе. Ире эштә булғанда йорт тирәһендәге бөтә мәшәҡәттәр уның иңендә.
Татыу ғаиләнең тормошон йәмләп өс ул үҫеп килә. Ата-әсәһенең төп ярҙамсыһы Илмир быйыл икенсе класты тамамлаған. Бейеүгә оҫта малай мәктәптә бейеү түңәрәгендә шөғөлләнә. Уртансылары Алсын йырларға ярата. Бәләкәстәре — тиктормаҫ, шаян Илсурға өс йәш.
Йәштәрҙең бер-береһенә һөйөү тулы, наҙлы ҡараш ташлауы, балаларына иғтибарлы булыуы һоҡланыу һәм ихтирам уята. «Беҙ бөтә эште лә бергәләп, кәңәшләшеп башҡарабыҙ. Бер-беребеҙгә ҡаршы килеү, үпкәләшеү ғәҙәте юҡ», — тиҙәр улар.
Нурзилә БАЙГИЛДИНА.
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас