Йәмғиәт
2 Июля 2021, 06:22

Ҡабаттан иҫереп тотолғандарға яза ҡәтғиләнә

Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡабаттан иҫерек килеш руль артына ултырып тотолғандарҙы ҡаты яза көткәнен раҫлаған законға ҡул ҡуйҙы.#ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡабаттан иҫерек килеш руль артына ултырып тотолғандарҙы ҡаты яза көткәнен раҫлаған законға ҡул ҡуйҙы.
Докуметҡа ярашлы, ундай осраҡта, кеше өс йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеүе мөмкин. Штраф күләме бынан алдағы 300 мең һум урынына 500 мең һум буласаҡ. Алты йылға тиклем билдәле бер вазифаларҙы биләү тыйыласаҡ. Шулай уҡ, язалау шарты булараҡ ике йылға тиклем холоҡ төҙәтеү эштәре, өс йылға тиклем мәжбүри эштәр ҡаралған.
Автор:Вил Илһамов
Читайте нас