Йәмғиәт
2 Июля 2021, 09:05

Бер-береһенә терәк улар

Йәнекәйҙә үткән ауылдаштар бай-рамында урам буйлап атлаған ҡунаҡ-тарҙың иғтибарын ғәҙәти булмаған бер күренеш үҙенә тартты. Бер яңы йорттоң ҡапҡаһы алдында өс ир-егет инвалид коляскаларында теҙелеп кенә ултырып байрам барышын күҙәтә ине.

Йәнекәйҙә үткән ауылдаштар бай-рамында урам буйлап атлаған ҡунаҡ-тарҙың иғтибарын ғәҙәти булмаған бер күренеш үҙенә тартты. Бер яңы йорттоң ҡапҡаһы алдында өс ир-егет инвалид коляскаларында теҙелеп кенә ултырып байрам барышын күҙәтә ине. Төҫ-баштарына ҡарап, уларҙың ағайлы-ҡустылы икәнен сырамытырға була. Сараны алып барыусы Йәнекәй клубы мөдире Идия Ғәлимова халыҡты бер минутҡа ғына улар янында туҡталырға һораны. Арабыҙҙа башҡаланан ҡунаҡтар, билдәле яҡташтар, хатта ҡоролтай депутаты ла бар ине. Бөтәһе лә, моғайын, башта минең кеүек уйлағандыр: хәҙер Идия Миҙхәт ҡыҙы ағай-энеләрҙең аяныслы яҙмышын һөйләп, йә махсус интернатҡа урынлаштырырға, йә шифаханаға путевка юлларға ярҙам итергә һорар тип. Әммә ул көтөлмәгән һүҙҙәр әйтте: «Кешеләр, ошо егеттәрҙән үрнәк алығыҙ! — тине. — Бала саҡтан физик мөмкинлектәре сикләнгән, коляска ярҙамында ғына йөрөй алған бер туған Ҡунаҡҡоловтар, бер ҡайҙан ярҙам һорамай, ярты йыл эсендә бына ошо йортто үҙҙәре төҙөп сыҡтылар! Әле бына уртансылары Рафиҡ кәләш алып ебәргәс, ҡапҡа эстәрендә Фәиз менән Рәфискә тип тағы бер өй башланылар. Ҡунаҡҡоловтар эсмәй, тартмай, ҡулдары эш белә, өсөһө лә бынамын тигән гармунсылар. Улар тураһында һөйләгеҙ, яҙығыҙ: әйҙә, оят булһын алты ағзаһы теүәл булып та, эскелеккә бирелеп, бер ҡайҙа ла эшләмәй, ата-әсәһенең елкәһен кимереп ятҡан, тормошҡа зарланыуҙан башҡаны белмәгән әзмәүерҙәй һау ирҙәргә...»
Ят кешеләр алдында үҙҙәрен уңайһыҙ тойған коляскалағы ағай-энеләр, йөҙҙәрен йәшереп, һөйләшеүҙән дә, мәҙәниәт йорто музыканты тәҡдим иткән гармундан да баш тартһалар ҙа, аулаҡ тороп ҡалғас, һүҙгә әүәҫ кенә булып сыҡтылар. Халыҡ ағымы Ҡунаҡҡоловтарға маҡтау һүҙҙәре әйтеп, һоҡланыуын белдерҙе лә ары атланы. Ә мин бындай үҙенсәлекле осраҡ тураһында ентеклә-берәк һорашмайынса китә алманым.
50 йәштәге Фәиз, 45 йәшлек Рафиҡ һәм унан өс йәшкә кесе Рәфис — күп балалы Ҡунаҡҡоловтар ғаиләһендә иҫән-һау малайҙар булып тыуғандар. Бөтә башҡа балалар кеүек 7 йәштә уҡырға барғандар, тик башланғыс мәктәпте тамамлауға ниндәйҙер генетик сир (үҙҙәре диагнозды белмәйбеҙ тинеләр) өсөһөн дә бер-бер артлы аяҡтан йыға. Улар Йылайырҙа инвалидтар өсөн махсус интернатта уҡыйҙар һәм аҙаҡ тыуған ауылдарына ҡайтып, ата-әсәһе менән йәшәйҙәр. Ололар бер-бер артлы вафат булғас, иҫке генә өйҙә өсәүләп ҡалалар. Тора-бара ул йәшәргә эшкинмәй башлағас, Ҡунаҡҡоловтар буш торған күрше йортҡа күсеп, үҙҙәренә яңы өй һалырға тәүәккәлләйҙәр һәм өс йыл элек был теләктәрен бойомға ашыралар.
«Әйттеләр бит инде, беҙ эсмәйбеҙ ҙә, тартмайбыҙ ҙа. Өсөбөҙгә лә пенсия сыға. Аҡсаны юҡ-барға туҙҙырмай йыйып барғайныҡ, шуға төҙөлөш материалдары алдыҡ та, кеше яллап эшләттек. Шунда күмәкләп йәшәрбеҙ тигәйнек, тик бына ағай өйләнеп ташланы. Уларға ҡамасауламаҫ өсөн башҡа сығырға булдыҡ. Әле ҡапҡа эсендә башы ябылған 7х9 метр ҙурлыҡтағы бурабыҙ ултыра. Тик бына төҙөлөш материалдары ҡыйбатланды ла китте. Тәүгеһендәге кеүек алдан туплаған аҡса ла юҡ, йыйылған тиклеменә нимәлер алып эшләтәбеҙ ҙә тағы аҡса булғансы арыуыҡҡа төҙөлөш туҡтап тора», — тип һөйләне кеселәре Рәфис.
Рафиҡтың өйләнеүе уйламағанда була: ул интернет менән файҙалана белгән ҡустыһы аша Йылайырҙа бергә уҡыған иптәштәрен эҙләп ҡарарға уйлай. Ысынында иһә ул яҙмышын эҙләгән булып сыға. Рафиҡҡа Ейәнсура районынан Гөлфиә Халиҡова ғына яуап бирә. Ҡатындың тормошо еңелдән булмай: күҙ терәп торған яҡындары бер-бер артлы үлеп киткән, ғаилә ҡороп ҡараған кешеһе менән дә бер нәмә лә килеп сыҡмаған. Ҡайҙа барып баш төртөргә белмәгән Гөлфиәне Рафиҡ үҙҙәренә Йәнекәйгә ҡунаҡҡа саҡыра. «Уҙған декабрь айында миңә Яңы йыл бүләге булып килеп төштө ул, — тип образлы ғына итеп һөйләп ебәрҙе Рафиҡ. — Шунан ирле-ҡатынлы булып йәшәнек тә киттек инде».
«Өс инвалид ир кешене ҡарау һиңә ауыр түгелме һуң?» — тип һорайым. Гөлфиә: «Юҡ, улар үҙҙәре миңә ярҙам итә», — тип әйтеп тә өлгөрмәне, Рафиҡ һүҙен бүлдерҙе: «Беҙ бит Гөлфиәгә тиклем дә нисектер йәшәнек. Икмәкте лә һатып алмай, үҙебеҙ әсетеп бешерә торғайныҡ. Әле лә бәләбеҙҙе һалып ултырмайбыҙ, бөтә эште күмәкләп башҡарабыҙ. Һин беҙҙе көнө буйы коляскала тик ултыра тип уйлама. Өй мейес менән йылытыла, утынды ла үҙебеҙ ярабыҙ, картуф сәсеп тәрбиәләйбеҙ, ашарға ла бешерәбеҙ, өҫтөбөҙҙө лә йыуабыҙ. Атай-әсәй тере саҡта мал ҡараштыҡ, улар үлгәс тә бер килке ҡош-ҡорт көтөп маташтыҡ әле».
Һөйләшкән һайын Ҡунаҡҡоловтарҙың егетлеге нығыраҡ асыла барҙы, яҙмыш тарафынан ниндәй ауыр физик хәлгә дусар ителгән кешеләрҙең кеше-леклелеге, күңел яҡтыһы хайран итте. «Беҙ әле ике балалы Сания исемле һеңлебеҙгә ярҙам итәбеҙ. Ул күрше ауылдан айырылып ҡайтҡас, ҡулдан өй һатып алып бирҙек. Унда ла газ юҡ. Шуға утын алып, ярып биреп торабыҙ. Һеңлекәш тә беҙгә ҡулыбыҙҙан килмәгән нәмәләрҙе башҡарырға булыша. Шулай бер-беребеҙгә терәк булып йәшәйбеҙ инде. Ауыр, әлбиттә, аҡса етмәй, үҙебеҙҙең йыйындыҡлы булыуыбыҙ ғына ярҙам итә», — тип һөйләне Рафиҡ.
Ҡунаҡҡоловтар тик үҙҙәренә генә ышана, кемдер ярҙам итергә тейеш тип, дәүләттән, ауылдаштарынан көтөп ултырмай. «Әммә был улар ярҙамға мохтаж түгел тигәнде аңлатмай, — тине Идия Ғәлимова аҙаҡ. — Пенсияға ғына бер-бер артлы ике өй һалыу өсөн уны ни тиклем ҡыҫып тотонорға кәрәклеген һәр кем аңлай. Ул ғына аҡсаға өйҙәренә газ да үткәрә алмаясаҡтар. Егеттәргә аралашыу ҙа етмәй, шуға интернет менән файҙалана алыу өсөн телефон менән ярҙам итһәләр бик яҡшы булыр ине. Әле уларҙың күмә-генә бер ябай телефон, унда ла йыш ҡына аҡсалары булмай. Өйҙө эшләп бөтһәк, «һыйпай» торғанын алып, ватсаптан ғына хәбәрҙәр ебәреп ятыр инек тип хыялланалар. Гәзиттән уҡып, ярҙам итергә теләүселәр табылһа, оло сауап алырҙар ине».
Йыш ҡына замандаштарҙың: «Хәҙер мохтаж әҙәмдәр ҙә юҡ бит, ҡайһы саҡ хәйер бирәм тиһәң дә кеше табып булмай», — тигәнен ишетәһең. Бар ул мохтаждар, тик ундайҙар һоранып йөрө-мәй. Физик яҡтан кәмселекле булһалар ҙа, әхләҡи, рухи яҡтан үҙҙәрен лайыҡлы тота беләләр.

Автор:Рахима Мусина
Читайте нас