Йәмғиәт
3 Июля 2021, 05:05

Өс айҙа Башҡортостанда 10 меңгә яҡын сабый донъяға килде

Был ваҡыт эсендә ғаиләләрҙә беренсе һәм икенсе бала күберәк тыуған.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Быйыл тәүге өс айҙа Башҡортостанда яҡынса 9,8 мең бала донъяға ауаз һалған, тип хәбәр итте республика статистиктары.
Ғаиләләрҙә беренсе һәм икенсе балалар айырыуса күберәк тыуған – 3,2 һәм 3,5 меңдән ашыу.
Ике меңдән күберәк сабый ғаиләлә – өсөнсө, 600-ө – дүртенсе, 300-ҙән ашыуы бишенсе һәм артабанғы булып донъяға килгән.
Шул уҡ ваҡытта 2021 йылдың тәүге өс айында 15 меңдән артығыраҡ кеше вафат булған (былтыр ғинуар-март айҙарында – 12,3 мең).
Мәрхүмдәрҙең күпселеге йәки 11,5 меңдән ашыуы – эшкә һәләтле йәштән өлкәнерәк. Уларҙың 5 меңе - ир-аттар булһа, 6,5 меңе – ҡатын-ҡыҙҙар.
Был ваҡытта 3,3 меңдән күберәк кеше эшкә һәләтле йәштә яҡты донъя менән хушлашҡан, уларҙың 2,6 меңдән ашыуы – ир-аттар, 700-ө – ҡатын-ҡыҙҙар.
Үлгәндәр араһында бер йәшкә тиклемге 68 бала бар, тип белдерәләр Башстатта.
Автор:Рахима Мусина
Читайте нас