Йәмғиәт
6 Июля 2021, 11:25

Бәхетле ғаилә — ил бәхете

Һәр кем өсөн ғаилә кәрәк, сөнки ул тормошта иң ҙур терәк. Шатлыҡ-ҡайғыларҙы уртаҡлашыр яҡындарың, һиңә ҡанат ҡуйырҙай ҡәҙерле кешеләрең янда булғанда яҙмыш һынауҙарын үтеү бер ни түгел. Һәр ғаиләнең донъяға үҙ ҡарашы, үҙ ҡанундары, әммә бөтәһе лә матур йәшәргә, бәхетле булырға ынтыла.

Ҡыуаныслы, яҡшы хәбәр йәшен тиҙлегендәй тирә-яҡҡа таралып, батыр егетте бик тиҙ билдәле итте. «Рауил ауылынан Данир батып барыусы малайҙы ҡотҡарып, уға тәүге ярҙам күрһәткән», — был яңылыҡ бөтә социаль селтәрҙәрҙе урап сыҡты. Хатта республика Башлығы Радий Хәбиров иң беренсе булып үҙенең сәхифәһендә был хәл тураһында яҙҙы һәм ҡыйыу егеткә һәм ата-әсәһенә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Шундай изге эш ҡылған Данир, уны тәүәккәл, ярҙамсыл итеп тәрбиәләгән ғаилә тураһында яҙмау мөмкин түгел. Күптәр өсөн өлгө булырлыҡ улар. Мин һеҙгә киләм тип шылтыратҡас, Әҡлимә: «Ҡуй, кәрәкмәй. Беҙ ябай ғаилә инде», — тип баҫалҡы ғына баш тартты.
Рауил ауылында Мөхәмәҙиевтар ғаиләһен табыу ҡыйын булманы. Ике ҡатлы, заманса йорт бында тырыш, булдыҡлы хужалар йәшәүен әллә ҡайҙан һөйләп тора. Ғаилә башлығы Кәрим Хабрахман улы вахтала эштә булып сыҡты. Әҡлимә Әҡсән ҡыҙы өйҙә, донъя йөгөн тарта. Дүрт ул һәм иркә генә ҡыҙ үҫтерә икән улар.
Икеһе лә ошо ауылдан, хатта бер урамда, өс өй аша йәшәгән Кәрим менән Әҡлимә ғүмер юлын бергә үтербеҙ тигән уй баштарына ла инеп сыҡмай. Тик егет сос булып сыға, уңған, эшкә тилбер ҡыҙҙы яттарға ебәрмәй. Ауылда бысҡы ярыу цехында, Асҡарҙа «Коммунальник» предприятиеһында, унан Магнитогорск ҡалаһына йөрөп эшләй. Хәҙер вахта ысулы менән Себер тарафтарында йөрөй. Өс ай эштә, бер ай өйҙә булғас, Әҡлимә Әҡсән ҡыҙына еңел түгел. Үҙе Рауил ауылындағы балалар йортонда йыйыштырыусы булып эшләй.
Август айында Мөхәмәҙиевтарҙың ғаилә ҡороуҙарына 23 йыл тула. Тәүҙә Кәримдең ата-әсәһе нигеҙендә йәшәйҙәр. Бер-бер артлы улдары тыуып, ғаилә ишәйә башлағас, ошо уҡ ихатала ҙур йорт һала башлайҙар. Бар эшкә маһир Кәрим Хабрахман улы ентекле, ныҡлы итеп төҙөй. 2014 йылда яңы өйгә күсеп сыҡҡандар. Зауыҡ менән йыйыштырылған иркен йортта тәртип, гөлдәр сәскә ата. Балаларҙың үҙ бүлмәләре, ә икенсе ҡатта ғаилә бергә йыйылған саҡтарында ял итергә, һөйләшеп ултырырға ярата. Өлкән улдары Фәнүр быйыл Стәрлетамаҡ физкультура техникумын тамамлаған, артабан юғары белем алырға йыйына. Йәйге осорҙа атаһы менән бергә эшкә киткән. Юнир Сибай күп профилле колледжының икенсе курсын бөтөргән. Данир Рауил мәктәбендә 9-сы класҡа барасаҡ. Радмир алтынсыға күскән. Ә иң бәләкәйҙәре, иркә генә ҡыҙ Динараға 4 йәш. Спорт менән дуҫ егеттәр волейбол уйнайҙар, шәп йөҙәләр. Фәнүр ауылда үткән концерттарҙан ҡалмай, йырлай-бейей. Данир бик оҫта һүрәт төшөрә. Балаларын яҡшы тәрбиәләгән, ярҙамсыл булырға, эшкә өйрәткән ата-әсә уларҙы белемле итеү, аяҡҡа баҫтырыу өсөн күп көс һала. Быйылғы йыл Мөхәмәҙиевтар өсөн бик иҫтәлекле. Май айында, Халыҡ-ара ғаилә көнөндә район мәҙәниәт һарайында үткән тантанала Әҡлимә Әҡсән ҡыҙы «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән. Шундай лайыҡлы ғаиләнең юғары награда алыуы бик ҡыуаныслы.
Нисек итһәк тә, һөйләшеү әлеге лә баяғы шул бер темаға — Данирҙың ҡылған батырлығына барып ураны. Баҡтиһәң, әсәһе был хәл тураһында икенсе көнгә генә ишеткән. Ҡотҡарылған малайҙың өләсәһе килеп, рәхмәттәрен әйткәс кенә белеп ҡала. Малайҙар әсәләрен борсомаҫ өсөн һөйләмәгән булған.
— Мин Ҡыҙылда һыу төштөм дә күперҙә тора инем. Көн эҫе булғас, ярҙа ла, йылғала ла кеше күмәк. Шул саҡта бер малайҙың арҡаһын күреп ҡалдым, ул бер ҡалҡа һәм бер бата. Шул урында йылға ҡапыл тәрәнәйә. Уйлап та торманым, йөҙөп барып, ярға сығарҙым. Пульсын ҡапшаным һәм беленмәгәс түшенә баҫа башланым. Шул саҡ өлкәндәр ярҙамға килеп етте, — тип һөйләне Данир.
Баланы ҡотҡарам тип, үҙенең ғүмерен дә хәүеф аҫтына ҡуйыуын егет бәлки аңламағандыр ҙа. Әммә юғалып ҡалмауы, һанаулы секундтарҙы юғалтмай кеше ғүмерен ҡотҡарып ҡалыуы оло батырлыҡҡа тиң. Юғиһә, һыуҙағы фажиғәләр бик күп, балалар ҙа йыш бата. Ә улар ҙа бит йылға, күлдә яңғыҙ булмай, тик күптәр батыусыны аңғармауы арҡаһында бәхетһеҙ осраҡтар ҡабатлана.
Ишле ғаилә баҡса үҫтерә, мал тота. Хужабикәгә биш һыйырҙы һауып өлгөрөр өсөн таңғы сәғәт биштән торорға кәрәк. Көн дә сәғәт һигеҙгә тиклем ағын эшкәртә. Ул арала ҡош-ҡортон ҡарай. Шунан оҙон ҡышта тәмле бәлештәр менән ғаиләһен һыйлау өсөн еләк йыйып ҡайта.
— Ирем эштә саҡта әсәйем Нәҡиә Зыяитдин ҡыҙы менән атайым Әҡсән Ислам улының ярҙамын, терәген тоям. Эргәлә йәшәүҙәре рәхәт, ауылда баҡса булмағас, балалар ҙа олатаһы менән өләсәһе ҡарамағында үҫте. Улдарым да күптән ҡул араһына инде, — ти Әҡлимә.
Үҙ көстәре менән гөрләтеп донъя көткән, беҙ күп балалылар тип әллә ҡайҙан ярҙам көтөп ятмаған Мөхәмәҙиевтар һоҡланғыс итеп йәшәй. Өй йылыһы, ҡот бөркөлөп торған өйҙә бәхеткә урын бар. Шуны күҙ ҡараһындай һаҡлап, оҙаҡ йылдар шулай татыулыҡта йәшәргә яҙһын!
Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас