+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Июль 2021, 14:33

Июндә мөрәжәғәттәр кәмей төшкән

6 июлдә Башҡортостан Хөкүмәтендә республика Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендә видеобәйләнеш форматында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә булды.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

6 июлдә Башҡортостан Хөкүмәтендә республика Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендә видеобәйләнеш форматында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә булды.
Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса төбәк операторҙары эше сифаты менән бәйле тема көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала. Төбәк операторҙар тарафынан 99 процент кимәлдә ҡалдыҡтарҙы сығарыу буйынса факттарҙы теркәү тәьмин ителгән. Был эштәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән "Экология" милли проектын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.
“ТКО-Башҡортостан” системаһында юғары күрһәткестәр күҙәтелһә лә, был темаға етди иғтибар бүленһә лә, республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына хаимиәттәрҙән килгән мөрәжәғәттәр төбәк операторҙары тарафынан хеҙмәттәрҙе сифатһыҙ атҡарыу тураһында һөйләй, - тине Андрей Назаров. – Процестарҙы – һөҙөмтәле, контейнерҙарҙы таҙа итеү өсөн был йүнәлештәге контролде көсәйтергә кәрәк. Башҡоростандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, үткән аҙнала Башҡортостан биләмәһендә ҡаты коммуналь ҡғалдыҡтарҙы сығарыу өсөн 397 берәмек техника тоотонолған. Аҙна һайын контейнерҙар хәле анализлана. Шулай ҙа райондарҙа ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыу графигынада тайпылыштар күҙәтелә.
Кәңәшмәлә шулай уҡ ҡатьы коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү өсөн түләүҙәр хаҡында ла һүҙ булды. Быйыл майҙа республикала түләүҙәрҙе йыйыу уртаса 90,8 процент булған. 5 июлгә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса төбәк операторҙар аджындағы бурыс 1,1 миллиард һум тәшкил итә.
Башҡортостан Башлығы Социаль коммуникациялар идаралығы етәксеһе Елена Прочаковскаяның әйтеүенсә, июндә кешеләрҙең социаль селтәрҙәге “Инцидент” системаһына 281 мөрәжәғәте теркәлгән. Был ағымдағы йылдың майы менән сағыштырғанда, 282 мөрәжәғәткә кәмерәк. Мөрәжәғәттә нигеҙҙә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыуға (104), сүп-сар өйөмдәре (21), контейнерҙар майҙансыҡтарының (8) һәм контейнерҙарҙың (48) юҡлығына, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыуға түләүгә(18) һәм башҡаларға (82 осраҡ) бәйле булған.
Фото: pravitelstvorb.ru
Сығанаҡ: bash.rbsmi.ru
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас: