Йәмғиәт
8 Июля 2021, 05:49

Рәсәйҙә пластик пакеттар ҡасан тыйылыр?

Рәсәй сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы пластик пакеттарҙы тыйыуҙы хуплай.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Рәсәй сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы пластик пакеттарҙы тыйыуҙы хуплай.
Әммә, ведомство етәксеһе Денис Мантуров белдереүенсә, был тик полиэтилен пакеттар урынына етерлек күләмдә альтернатив төргәк ҡаптары етештергәндә генә мөмкин буласаҡ. Унан ҡырҡа баш тартыу гигиена һәм аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге талаптарын үтәүҙе ҡатмарлаштырасаҡ. Тәүҙә иҡтисадтың барлыҡ секторында пакеттарға ихтыяж күләмен иҫәпләргә, унан инде пластик пакеттарҙы алмаштырыусы төргәк ҡаптарын сығарыу ҡеүәтен билдәләргә кәрәк. Уның фекеренсә, был өлкәлә етештереүселәрҙе икенсе экологик материалдарға күсеүҙәрен һәр яҡтан ҡеүәтләп ярҙам итергә кәрәк.
Автор:Вил Илһамов
Читайте нас