Йәмғиәт
12 Июля 2021, 10:10

Дүрт көн ял итәбеҙ

Июль айында өҫтәмә ялдар көтә. Республика етәксеһе ниндәй көндәрҙе эшләмәйбеҙ тип раҫланы?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 19 июлде республикала ял көнө тип иғлан итте. Был хаҡта республика етәксеһе хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә белдерҙе.
«20 июлдә республика Ҡорбан байрамын билдәләй. Эпидемиологик хәлгә бәйле Башҡортостанда йәшәүселәргә дүрт көн ял бирәбеҙ. Бөтә эш биреүселәр ҙә лә ошо көн өсөн хеҙмәт хаҡын һаҡларға тейеш», —тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы һүҙҙәренсә, урында эшләргә тейешле хеҙмәткәрҙәр һанын һәр учреждение үҙе билдәләй.
Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас