+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Июль 2021, 10:49

Халыҡ депутатҡа өмөт бағлай

Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров әбйәлилдәрҙе шәхси һорауҙары буйынса ҡабул итте.

Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров әбйәлилдәрҙе шәхси һорауҙары буйынса ҡабул итте.
Зариф Закир улы үткәргән ҡабул итеүҙәрҙә һәр саҡ сират ҙур була. Был юлы ла ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәндәр байтаҡ ине.
Мәҫәлән, Әбйәлил ауылынан килгән инвалид даими дарыуҙарға мохтаж. Мөрәжәғәт итеүсе белдереүенсә, бындай сирлеләр районда күп булыуы сә-бәпле, дарыуханала кәрәкле препараттар юҡ тип әйткәндәр. Зариф Закир улы шунда уҡ телефон аша район дауаханаһының баш табибы менән бәйләнешкә инеп, хәлгә аңлатма биреүен үтенде. Бер аҙҙан Р. Килдейәров дарыу булыуы, пациентҡа дауаханаға килеп, рецепт алырға кәрәклеге тураһында әйтте.
Красная Башкириянан килгән оло ҡатын банкыға булған бурысы өсөн пенсия картаһынан аҡсаһын тулыһынса тотоп ҡалыуҙарын, бер тинһеҙ көн күреүен бәйән итте.
— Был тәңгәлдә закон ҡабул ителде, сөнки беҙ бындай мөрәжәғәттәр элек тә күп булды. Законды әҙерләүҙе үҙем алып барҙым. Халыҡ мәнфәғәтендә ҡабул ителгән һәм тиҙҙән көсөнә инәсәк законға ярашлы, пенсия һәм эш хаҡының йәшәү минимумынан түбән кимәленә — бөгөн ул 12702 һум — бер генә дәүләт органы ла, шул иҫәптән суд та, тейә алмаясаҡ, — ошондай аңлатма бирҙе мөрәжәғәт итеүсегә Зариф Байғусҡаров. Бындай закон ҡабул ителеүе ауыр тормош хәлендә ҡалған күптәр өсөн ҡыуаныслы хәл.
Мөрәжәғәт итеүгә килгән йәш ҡыҙ ата-әсә ҡарауынан мәхрүм булыу сәбәпле, закон тарафынан ҡаралған фатир мәсьәләһендә ярҙам һораны. Инвалид бала тәрбиәләүсе ҡатындың да мөрәжәғәте торлаҡ мәсьәләһенә ҡағылды.
Һәр төрлө ҡабул итеүҙәрҙә мотлаҡ ер мәсьәләһе буйынса һорауҙар була: был юлы мөрәжәғәт итеүсе үҙенә бирелгән пайына документы булып та, йыл һайын ҡуртым хаҡын түләп торһа ла, ере менән ҡуллана алмауына зарланды.
Шәхсән һорауҙар менән килгәндәр менән бер рәттән тотош ауыл халҡы мәнфәғәтен яҡлап килеүселәр күп булды. Мәҫәлән, Рысҡужа ауылынан депутаттар Ҡадир Вәлиев, Азамат Ғәйфуллин, ауыл старостаһы Ирәмән Басиров фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөүҙә ярҙам һораны. Рысҡужалар шулай уҡ берәй программа аша зыяратты кәртәләү мөмкинлеге хаҡында һорашты.
Ҡаҙмаш ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Сания Сафиуллина ауылында фельдшер юҡлыҡҡа зарлана. Был ауылда ла яңы ФАП мәсьәләһе киҫкен тора.
Йәүҙәт Һибәтов Рысҡужаның Ырғайҙы урамын газификациялау мәсьәләһен күтәрҙе.
— Яңы урамдың егермеләгән йортонда кешеләр йәшәй, күп өйҙәр төҙөлөү өҫтөндә. Газификациялауҙа бер аҙ сығымдарҙы дәүләт үҙ өҫтөнә алғас, йәғни участкаға тиклем газ бушлай тартыласаҡ тигән закон сыҡҡас, газ индерергә теләүселәр күп, — тип дәлилләне ул үҙенең мөрәжәғәтен.
Иҙәш һайлау округы буйынса район Советы депутаты Йәмил Баймырҙин Айғырбатҡан, Тирмән ауылдарына газ һуҙыу мәсьәләһе буйынса килгәйне.
Мәхмүттән Бикбай Насирйәнов ауыл халҡының интернетҡа, кәрәҙле бәйләнешкә мохтажлығын еткерҙе.
Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: