19-20 августа Сибайҙа һәм Баймаҡ районында «Урал аръяғы-2021» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы ойошторола.
Башҡортостан Башлығының тейешле бойороғо 12 июлдә республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында бирелгән.
Документта билдәләнеүенсә, яңы коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау өсөн инвестиция һабантуйын уҙғарғанда барлыҡ санитар-эпидемиологик нормаларҙы һәм ҡағиҙәләрҙе үтәү мотлаҡ.
Был сараны 2021 йылдың июнендә ойоштороу планлаштырылғайны. Инвестиция һабантуйында федераль һәм төбәк дәүләт учреждениелары, Рәсәй һәм сит ил бизнесы вәкилдәре, инвесторҙар, эксперттар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнаша.