Өфөлә М. В. Нестеров исемендәге музейҙың «Ижад» залында VI Бөтә донъя фольклориадаһына арналған «Кейеҙфест» республика кейеҙ күргәҙмәһе үтте. Бындай ҙур күләмле һәм әһәмиәтле сараны баш ҡаланың 2-се балалар художестволы мәктәбе уҡытыусыһы Ләйсән Ғилманова Мәҙәниәт министрлығы, музей етәкселеге менән берлектә ойошторҙо. Тап ул беҙҙең райондың кейеҙ оҫтаһы Зөлфирә Махийәнованы ҡатнашырға саҡырҙы. Фестивалдең тәүге этабында жюри тарафынан һайлап алынған теүәл йөҙ эш араһында уның эштәре булыуы ҡыуаныслы. Санкт-Петербург, Екатеринбург, республика райондары һәм ҡалаларынан йыйылған кейеҙ оҫталары менән мәртәбәле сарала ҡатнашып, улар алдында кейеҙ баҫыу буйынса оҫталыҡ дәресен күрһәтеү Зөлфирә Ишбулды ҡыҙы өсөн онотолмаҫлыҡ булған.
— Фестиваль 23 июндә тантаналы асылды, 17 июлгә тиклем дауам иткән ҙур сараға ошо арала йомғаҡ яһаласаҡ. Тәүге көндә үк «Кейеҙ баҫыу өмәһе» йолаһын күрһәттем. Бөтәһенә лә оҡшаны, боронғо ысулды ҡулланып ырыу тамғалары менән баҫылған кейеҙ менән ҡыҙыҡһыныусылар күп булды, — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Зөлфирә Махийәнова. — Үҙенә күрә бер фольклор байрамына әйләнеп китте, таҡмаҡтар яңғыраны, һәр кем кейеҙ баҫып ҡарарға теләне.
Ғәҙәттә, кейеҙ баҫыу йолаһын күрһәткәндә ҡатын-ҡыҙҙар байрамса кейенеп, түшелдерек, биҙәүестәр тағып эшләй, был дөрөҫ түгел. Элек улай эшләмәгәндәр, ти. Үҙе боронғоса тегелгән киң итәкле күлдәк кейеп, уның итәген ҡыҫтырып ҡуйып, тәрән ялтыр кәлүштәрҙә йөрөй. Кейеҙ баҫыу бысраҡ эш, уға матур кейенеү кәрәкмәй. Төҫлө йөндәрҙе буяп алып килгән. Бында ла Зөлфирә апай әҙер буяу алмаған, ә тәбиғи буяуҙарҙы файҙаланған. Мәҫәлән, йәшел төҫ өсөн үләндәрҙе йыйып, йөн менән ҡуша ҡаҙанда ҡайнатҡан. Йәш еректең ҡайырыһынан көрән генә төҫ сыҡҡан. Һуғандың ҡабығы менән ҡуша ҡайнатҡан йөн һарыға әйләнгән. Буялған йөндө һыуыҡ һыуҙа сайҡатып, киптергән.
— Боронғо кәсепте һаҡлау һәм үҫтереүгә арналған кейеҙ фестивалендә күргәҙмә һәм оҫталыҡ дәрестәренән тыш, төрлө лекциялар, «түңәрәк өҫтәл»дәр, кейеҙ баҫыуҙың боронғо, заман һәм башҡа йүнәлештәре буйынса фекер алышыуҙар, ижади осрашыуҙар булды, — ти Зөлфирә Ишбулды ҡыҙы. — Фестивалдә ҡатнашыусылар ғына түгел, беҙгә тамаша ҡылыусыларҙың да кейеҙ тураһында һорауҙар биреүе, ҡыҙыҡһыныуы оҡшаны.
Фестивалде ойоштороусылар уның етәкселеге аҫтында үткән кейеҙ баҫыу өмәһен фестивалдең иң сағыу, ҡыҙыҡлы өлөшө булды тип билдәләгәндәр һәм оҫталыҡ дәресен йөкмәткеле, йәнле итеп үткәргәне өсөн Зөлфирә Махийәноваға рәхмәт хаты тапшырғандар.
Хаҡлы ялға сыҡһа ла, яратҡан шөғөлөн ташламай, тап әбйәлилсә кейеҙ баҫыуҙы төрлө тарафтарҙа күрһәтеүгә өлгәшкән оҫта ҡуллы Зөлфирә апайға «Афарин!».