Йәмғиәт
16 Июля 2021, 12:30

Махсус курстарҙа һөнәр алғандар бар

Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында “Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” федераль проектына ярашлы махсус курс тыңлаусылары уҡыуҙы тамамланы. Был башланғыс ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Демография” милли проектына ярашлы ойошторола. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында “Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” федераль проектына ярашлы махсус курс тыңлаусылары уҡыуҙы тамамланы. Был башланғыс ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Демография” милли проектына ярашлы ойошторола.

Әлеге уҡыу курсына ярашлы айырым категорияға ҡараған граждандар өҫтәмә профессиональ белем алыу мөмкинлегенә эйә булды. Улар иҫәбендә – пенсияға сығырға йәше еткән граждандар, декрет ялындағы әсәләр һ.б. Курсты тамамлағандарға тантаналы шарттарҙа “Программа менән идара ителгән станоктар операторы” һәм “Тегеүсе” таныҡлыҡтары тапшырылды.

Әлеге көндә Башҡортостанда 68 йүнәлеш буйынса уҡытҡан 100-ҙән ашыу ошондай үҙәк булдырылған. Тағы ла шуны билдәләп үтергә кәрәк: курсты тамамлаусыларға артабан эшкә урынлашыуҙа ла булышлыҡ күрһәтелә.

 

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас