

РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров район Советы депутаттары, учреждение-предприятиелар етәкселәре, район хакимиәтенең яуаплы хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре менән осрашыу үткәрҙе.
Депутат үҙенең депутатлыҡ эшмә-кәрлеге буйынса отчет тотто. Зариф Закир улы парламент ултырыштарында ябай халыҡ мәнфәғәтендә теге йәки был законға үҙгәрештәр, өҫтәмәләр индереү, яңыларын ҡабул итеү буйынса 723 тапҡыр сығыш яһаған. Автор һәм авторҙаш булараҡ, 162 закон проектын һәм законға үҙгәреш-өҫтәмәләр тәҡдим иткән, шуларҙың 153-ө ҡабул ителгән һәм көсөнә ингән. Әйткәндәй, һигеҙенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттары эшенең һөҙөмтәлелеге рейтингыһында әүҙемлек индексы буйынса Зариф Байғусҡаров 8-се урынды биләп, иң әүҙем 10 депутат исемлегенә ингән. Саҡырылыш осоронда эшләгән 436 депутат араһында дөйөм рейтингыла 80-се урынды биләгән.
Артабан ул ошо көндәрҙә үҙ көсөнә ингән, шулай уҡ ҡабул ителәсәк ҡайһы бер закондарға, үҙгәрештәргә туҡталып үтте. Мәҫәлән, 1 июлдән 1,5 йәштән 3 йәшкә тиклемге балалары булған әсәләргә пособие түләү буйынса закон ғәмәлгә ингән. Ике тиҫтә йыл ошо йәштәге балалар тәрбиәләгәндәр 57 һум пособие алғандар. 2020 йылдың ғинуарынан был сумма ике мең һумға етһә, хәҙер ул йәшәү минимумының яртыһына тиң, йәғни алты мең һумдан ашыу буласаҡ.
Ошо уҡ закон нигеҙендә 1 июлдән 8 - 17 йәштәге балаларын яңғыҙ тәрбиәләгәндәр өсөн дә яңылыҡ индерелде. Бындай түләмгә ғаиләнең дөйөм килеме йәшәү минимумынан түбән булғандар хоҡуҡлы. Башҡортостанда бындай айлыҡ пособие 5038 һумға тиң, уны юллау өсөн күп функциялы үҙәк аша Пенсия фондына мөрәжәғәт итергә кәрәк, тейешле документтар йыйыу талап ителмәй, уны ведомство-ара хеҙмәттәшлек итеү системаһы аша яуаплы ойошма эшләйәсәк.
Шулай уҡ йөклөлөк буйынса 12 аҙна эсендә иҫәпкә торғандарға, бында ла йән башына дөйөм табыш йәшәү минимумынан артырға тейеш түгел, иҫәпкә торған айҙан бала тапҡанға тиклем ай һайын 5320 һум аҡса түләнә.
2019 йылдың ғинуарынан ауыл ерендә 30 йыл хеҙмәт стажы булғандарға пенсияларына 25 процент өҫтәмә түләм индерелде. Әммә тиҫтә йылдар ауыл хужалығында эшләп тә, бөгөн ҡалала йәшәгәндәргә ул закон ҡағылманы. Төрлө сәбәптәр арҡаһында ҡала еренә күсеп киткәндәрҙең дә хәҙер пенсияһына өҫтәмә алыуға хоҡуҡтары закон менән нығытылды.
Эскән килеш руль артына ултырғандарға ҡарата закон ҡәтғиләштерелә. Тәүге тапҡыр тотолғанда, ике йылға тиклем машинаға идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителеп, 30 мең һум штраф ҡаралһа, икенсе тапҡыр эсеп, машинаға идара иткәндәргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла, 200-300 мең һум штраф һалына ине. Законға индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, эсеп тотолғандарға ла, кеше үлеменә килтергән аварияларға сәбәпсе булғандарға ла 300-500 мең һум күләмендә штраф һалыу, өс йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү ҡарала. Ғәйеплеләргә шулай уҡ алты йылға тиклем автомобилгә идара итеү хоҡуғы бирелмәйәсәк, улар өс йылға тиклем иркенән мәхрүм ителәсәк, автомашинаһы тартып алынасаҡ.
Эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы буйынса түләм элек эш стажына ҡарап түләнде, хәҙер бала ауырыған осраҡта әсәйҙәргә 100 процент күләмендә иҫәпләнә. Шулай уҡ инвалид балаларҙың 18 йәше тулыу менән, уны тәрбиәләгән өсөн аҡса түләү туҡтатыла ине. Законға индерелгән үҙгәрештәр сәләмәтлектәре даими тәрбиә талап иткән балаларҙың әсәләренә бындай түләмдәрҙең дауам ителеү хоҡуғын нығытты.
Үҙәктән алыҫ ятҡан, төпкөл ауылдарға күсмә дарыуханалар ебәреү эшен ойоштороу мәсьәләһе лә хәл ителгән. Уларҙа дарыуҙарға хаҡ стационар дарыуханаларҙан ҡиммәт булмаҫҡа тейешлеге билдәләнгән. Шулай уҡ дарыуханаларҙа медицина белемле кешеләр түгел, ә фармацевтар эшләргә тейешлеге лә законлы нығытылған.
Беҙҙә төҙөкләндереү менән шөғөлләнмәгән күсемһеҙ милек хужалары күп, ташландыҡ йорттар ауылдарҙың йөҙөн боҙа, янғын хәүефе, унда инеп уйнаған балалар өсөн дә ҡурҡыныс тыуҙыра. Ошо арала көсөнә ингән законға ярашлы муниципалитеттар ташландыҡ ер участкаларының хужаларын асыҡлап, махсус реестрға индереп һәм уларҙы хужаһыҙ тип таныуҙы һорап, судҡа мөрәжәғәт итә ала. Артабан был ерҙе мохтаж булғандарға бирергә мөмкин.
Ошо йылдың 29 июненән ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәр баҫыуҙарҙы пестицидтар менән эшкәртеүҙән өс көн алда ашланасаҡ ерҙән ете саҡрым арауығында урынлашҡан умарта хужаларын иҫкәртергә бурыслы. Был закон бал ҡорттарын агрохимикаттар һәм пестицидтар менән ағыулауҙан аралаясаҡ.
Артабан депутат осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙың һорау-мөрәжәғәттәрен тыңланы.
— «Ер участкаларын газификациялау тураһында»ғы законға индерелгән үҙгәрештәр һәр кемгә үҙ участкаһына тиклем бушлай газ үткәреүҙе гарантиялай. Тик уның нисек бойомға ашырылырын берәү ҙә аныҡ ҡына әйтә алмай, — тине районда оҙаҡ йылдар ошо өлкәлә эшләгән район Советы депутаты Дамир Аллаяров.
Был мәсьәлә буйынса республика етәкселеге менән осрашып һөйләшкәндән һуң, аңлатма бирергә вәғәҙәләне депутат.
Таштимер ауыл биләмәһе башлығы Вәсилә Абсаҙыева ауыл урамдарын яҡтыртыу ҡиммәткә төшөүен әйтеп, был тәңгәлдә тарифтар физик шәхестәргә кеүек билдәләнһә, ауылдарҙы, сикләүҙәр индермәйенсә, тулыһынса яҡтыртыу мөмкинлеге тыуыр ине, тигән фекерен еткерҙе.
«Асҡар» МУП-ы етәксеһе Николай Копытовты ла энергия менән тәьмин итеүсе ойошмаларҙың тарифтарының юғары булыуы, йәғни коммуналь ойошмаларға ҡаралған иҫәптәр сәнәғәт предприятиеларыныҡына тиң булыуы борсой. Был мәсьәләләрҙе лә аныҡларға һүҙ бирҙе З. Байғусҡаров..
Красная Башкирия ауыл Советы депутаты Урал Буранов Озерный балалар баҡсаһының ябылыуын, мәктәптең авария хәлендә булыуын әйтеп, мәғариф учреждениеһын төҙөүҙә ярҙам һораны.
Суд приставтары хеҙмәтен булдырыуҙа туранан-тура ҡатнашлығы булған, оҙаҡ йылдар дауамында уны етәкләгән Зариф Закир улына райондағы суд приставтары эшенә ризаһыҙлыҡ белдереүселәр күп ине. «Дәғүәләрҙе тикшерербеҙ һәм асыҡлыҡ индерербеҙ», тине депутат.
Оборона министрлығының 1992 йылдан һуң мәрхүм булған һуғыш ветерандарына бушлай ҡәберлек ташы ҡуйыу тураһында ҡарары бар. «Азатлыҡ өсөн яу яланында алышып, унан ҡайтҡас, бар көстәрен илде ҡайтанан аяҡҡа баҫтырыуға күп көс һалып, 1992 йылдан алда баҡыйлыҡҡа күскәндәргә ҡарата был ғәҙелһеҙлек», — тине Буранғол ауыл биләмәһе башлығы Фуат Мәхмүтов.
— Ҡәберлектәр таҙа, тәрбиәле булырға тейеш. Туғандары булмаған һуғыш ветерандарының ҡәберҙәрен тәрбиәләүҙе мәктәп уҡыусыларының шефлыҡҡа алыуын ойошторорға була. Кемдәндер ярҙам көтмәйенсә, үҙ еребеҙҙә үҙебеҙ тәртип булдыра алмайбыҙмы ни? — тине депутат яуап итеп.
Әйткәндәй, Зариф Закир улы, район-ҡалаларға сыҡҡанда зыяраттарҙағы һуғыш ветерандарының ҡәберҙәрен тәртипкә килтереүҙә даими ҡатнаша. Әбйәлилдә булып ҡайтҡас та «Бәйләнештә» селтәрендәге сәхифәһендә: «Ҡужан зыяратында ауыл халҡы менән берлектә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙең ҡәберен тәртипкә килтерҙек» тип яҙып сыҡты. Был мәсьәләне хәл итеүҙә ҡайҙандыр ярҙам һорағандарға асыҡ миҫал был.
Эскелеккә, ялған араҡы менән һатыу итеүселәргә ҡаршы көрәш мәсьәләһе лә урап үтелмәне. Был йәһәттән араҡы һатыусыларға ҡарата ҡәтғиләштерелгән закондың эшләүен әйттеләр. Тик депутат фекеренсә, бәйгелә еңеп, «Айыҡ ауыл» исемен алған ауылдарҙың магазиндарында ла спиртлы эсемлектәр һатыу тыйылырға тейеш.
— Насар ғәҙәттәргә бергәләп көрәшкәндә генә һөҙөмтә буласаҡ. Лицензияһыҙ араҡы һатыусылар менән ауыл активы — мулла, ҡатын-ҡыҙҙар советы, ағинәйҙәр ҡоро, депутат бергәләп барып һөйләшеү ҙә үҙ һөҙөмтәһен бирә. Элекке замандарҙа үҙ-үҙенә ҡул һалғандарға, эсеп үлгәндәргә йыназа уҡылмаған, зыяратта урын бирелмәгән, улар ситкә ҡуйылған. Ошондайыраҡ саралар бөгөн дә ҡулланылһа, кешеләр уйланыр ине, — тине Дәүләт Думаһы депутаты. — Эскелеккә ҡаршы көрәштә, халыҡ араһында тәрбиәүи эштәр алып барыуҙа абруйлы ир-егеттәрҙең һүҙе кәрәк. Юғиһә бөгөн ауылдарҙа бар эштәр ҡатын-ҡыҙҙар иңенә һалынған, һәр ерҙә ағинәйҙәр ҡоро, ҡатын-ҡыҙҙар советының әүҙем эшләүен күрергә мөмкин. Республикала төҙөлгән ирҙәр ҡоро эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре айыҡлыҡты пропагандалауға, хәҙерге йәмғиәттә ирҙәрҙең һәм атайҙарҙың социаль статусын күтәреүгә, уларҙың Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫешенә индергән өлөшөнә йәмәғәтселектең иғтибарын йүнәлтеүгә, ир-егеттәрҙе йәмәғәт тормошона нығыраҡ йәлеп итеүгә ҡайтып ҡала. Ойошма һөҙөмтәле эшләһен өсөн эште системаға һалыу, аныҡ маҡсаттар билдәләү һәм шуларға бергәләп өлгәшеү мөһим. Ә быларға өлгәшеү өсөн һәр районда ирҙәр ҡороноң әүҙем эшмәкәрлеге кәрәк.
Йыйылышта ҡатнашыусылар был маҡсатта ауылдарҙа йыйындар үткәреп, ирҙәр ҡороноң урындарҙа беренсел ойошмаларын төҙөргә килеште.
Осрашыу һуңында Зариф Закир улы намыҫлы хеҙмәттәре менән райондың, республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә ҙур өлөш индергән Әлмөхәмәт ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Наталья Сатинаға һәм Йәнгелдән әүҙем йәмәғәтсе, тре-нер Айҙар Мөхәмәтшинға маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы, Байым ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәр идарасыһы Линара Хөснөтдинованы исемле сәғәте менән бүләкләне.