Беҙ бөтәбеҙҙә еңел булмаған шарттарҙа эшләнек, бигерәк тә һаулыҡ һаҡлау системаһы айырыуса көсөргәнеш менән эшләне, былар барыһы ла аңлашыла, асыҡ күренеп тора. Шулай ҙа, мин һеҙгә яңы талаптар ҡуям. Беҙ һаулыҡ һаҡлау системаһында беренсел звено программаһын эшләтә башланыҡ. Бының өсөн ярайһы уҡ ҙур сумма бүленә – 500 млрд. Был эште баһалағанда граждандарҙың һаулыҡ һаҡлау системаһы эшенә ҡәнәғәт булыу күрһәткесен дә индереүҙе һорайым, - тине Владимир Путин РФ Һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашкоға.