Владимир Путин ковидтан вакцинация темпын арттырыу кәрәклеге хаҡында белдерҙе. Шул уҡ ваҡытта, президент фекеренсә, прививка яһарға мәжбүр итергә ярамай, ә аңлатырға кәрәк.
-Хәҙер беҙҙең төп бурыс — илдә вакцинация темпын арттырыу. Халыҡҡа прививка эшләтергә кәрәклеген, шулай ғына эпидемияны туҡтатырға мөмкин икәнен аңлатыу мөһим, — тип белдергән ил башлығы Владимир Путин.
Президент граждандарҙың вакцинация буйынса килеп тыуған ҡатмарлы һорауҙарына ентекле яуап бирергә кәрәклеген дә өҫтәне.