Йәмғиәт
26 Июля 2021, 10:50

1 сентябргә вакцина кәрәкме?

Яңы уҡыу йылына ҡарата балаларға прививка эшләтеү талап ителә тигән һүҙ булғайны.

Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры М. Мурашко балалар араһында мотлаҡ вакцинация планлаштырмай тип белдерҙе. Уҡыуға вакцина эшләткән балаларҙы ғына индереү тигән талап юҡ. 

Ә бына 18 йәштән өлкән студенттарға илдең Һаулыҡ һаҡлау министры 1 сентябргә тиклем яһатырға тәҡдим итте. Н.Ф.Гамалей исемендәге эпидемиология һәм микробиология милли тикшеренеү үҙәге директоры Александр Гинцбург балаларҙы коронавирусҡа ҡаршы вакциналау 20 сентябргә тиклем башланасаҡ, тип хәбәр иткәйне. Уның белдереүенсә, әле балалар өсөн “Спутник V”те тикшереү өҫтөндә эшләйҙәр. 6 июлдә 21 ҡыҙ һәм малайға беренсе компонент эшләнгән.

Шул уҡ ваҡытта Рәсәй Президенты ҡарамағындағы бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Анна Кузнецова, балаларға һәм үҫмерҙәргә коронавирусҡа ҡаршы вакцинаны атай-әсәйҙәре менән килешеп кенә яһарға кәрәк, тип белдергән.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас