Рәсәйҙә аҡһымлы компонеттары булған ҡоро һөт ҡатышмалары буйынса инновацион проекттар эшләй башланы.
Хөкүмәт тарафынан ҡоро һөт ҡатнашмалары өсөн компоненттар етештереү буйынса инновацион проекттар хупланды. Бөгөнгә беҙҙең илдә күкрәк һөтөн алмаштырыусы ҡоро ҡатышмаларҙа махсус сывороткаларҙы етештереү ҡеүәте аҙыраҡ. Шуға күрә улар күбеһенсә сит илдәрҙән килтерелә.
Был проект ҡоро һөт ҡатышмаларына кәрәкле компонеттарҙы Рәсәйҙә етештереүҙе, фәнни һәм етештереү технологияларын булдырыу, углеводтар һәм аҡһымлы компоненттарҙы үҙебеҙҙә етештереүҙе үҙ эсенә ала.