Республикала өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү өсөн өҫтәмә рәүештә 123 миллион һум бүленә.
Был аҡса балаға өс йәш тулғанға тиклем ғаиләләргә айлыҡ түләүгә йүнәлтелә. Түләүҙең суммаһы балалар өсөн йәшәү минимумына тиңләштерелгән. Рәсәйҙә ул уртаса 11,3 мең һум тәшкил итә.
«Быйыл ошондай түләүҙәргә федераль бюджеттан бөтәһе 58 миллиард һум самаһы ҡаралған. Хөкүмәт артабан да ишле ғаиләләргә ярҙам итәсәк», – тине Михаил Мишустин Хөкүмәт ултырышында.




