Йәмғиәт
27 Июля 2021, 06:30

Мөһим кампаниялар көтә

1-нән 30 авгусҡа тиклем ауыл хужалығы иҫәбен алыу уҙасаҡ. 1 октябрҙән башланырға тейешле Бөтә халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы ике аҙнаға кисектерелде, йәғни 15 октябрҙән 14 ноябргә тиклем уҙасаҡ.

Мөһим кампаниялар көтәМөһим кампаниялар көтә
Мөһим кампаниялар көтә

1-нән 30 авгусҡа тиклем ауыл хужалығы иҫәбен алыу уҙасаҡ. 1 октябрҙән башланырға тейешле Бөтә халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы ике аҙнаға кисектерелде, йәғни 15 октябрҙән 14 ноябргә тиклем уҙасаҡ. Был хаҡта ҡарар Рәсәй Хөкүмәтенең координацион советының халыҡ иҫәбен алыу кампанияһына әҙерлек һәм уны үткәреү мәсьәләләренә арналған кәңәшмәлә хәл ителде. Унда шулай уҡ иҫәп алыуҙың тәүге тапҡыр һанлы рәүештә булыуын, мәғлүмәттәрҙе йыйыу, тапшырыу һәм эшкәртеү өсөн IT-система ҡулланылыуын билдәләнеләр.

Районда ошо мөһим кампанияларға әҙерлек эштәре әүҙем алып барыла. Уҙған аҙна аҙағында үткән кәңәшмәлә иҫәп алыу кампанияһын үткәреүгә әҙерлек мәсьәләләре тикшерелде.
— Ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙа районда эшләйәсәк алты инструкторҙы уҡытыу ойошторолған, артабан 37 участка иҫәп алыусының белемен камиллаштырыу планлаштырыла, — тип һөйләй районда ауыл хужалығы иҫәбен алыу буйынса уполномоченный Ғәлим Дәминдаров. — Был кампанияға нигеҙҙә үткән иҫәп алыуҙарҙа ҡатнашҡандар йәлеп ителде, шуға күрә эште башҡарыуҙа ҡыйынлыҡтар булмаҫ, тип ышанам.
Халыҡ иҫәбен алыу буйынса уполномоченный Вильям Гәрәев белдереүенсә, районда 17781 шәхси хужалыҡ бар, уларҙың һәр береһен солғап алыу өсөн һәр иҫәп алыусыға бер ай эсендә 480 шәхси хужалыҡта булырға кәрәк. Район үҙәгендәге, башҡа ауылдарҙағы ике ҡатлы йорттар индерелмәй.
— Район халҡының был мөһим кампанияны аңлап ҡабул итеүҙәрен һәм иҫәп алыусыларҙың эшенә булышлыҡ итеүҙәрен һорайбыҙ, — тип дауам итте Вильям Муллаҡай улы. — Ауыл биләмәһе башлыҡтарына ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелә, улар был эште даими контролдә тоторға бурыслы.
Ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙа һорауҙар күп түгел. Иҫәп алыу ҡағыҙҙарында шәхси хужалыҡ биләгән ер майҙаны, унда нимәләр үҫтерелеүе, картуф, кишер йәки башҡа йәшелсәләрҙең күпме ерҙе биләүе, емеш ағастары иҫәбе тураһында белешмәләр кәрәк була. Шулай уҡ кәртә-ҡаралтыларҙың майҙанын да һораясаҡтар. Малдар, бал ҡорттары һаны ла яҙып алынасаҡ. Иҫәп алыу барышында ауыл хужалығы тармағында мәшғүлдәр һаны тураһында ла мәғлүмәттәр теркәлә.
Иҫәп алыуҙы үткәреү ауыл хужалығы тармағы үҫешен күҙаллауҙар, тармаҡтың һөҙөмтәлелеген күтәреү өсөн мөһим. Иҫәп алыу йомғаҡтары Рәсәй Федерацияһының аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге мәсьәләһен контролдә тоторға булышлыҡ итәсәк.
«Иҫәп алыу үткәреп, өҫтәмә һалым һаласаҡтар», тип ҡурҡҡандарҙы һорау алыуҙа тәғәйен ер участкаһында кем теркәлгән, кем йәшәй, исем-шәрифенең кем булыуы тураһында мәғлүмәт бирергә кәрәкмәй, тип тынысландырабыҙ.
Шуныһы ла мәғлүм: 1 августан 16-һына тиклем ауыл хужалығы ойошмалары, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары электрон төрҙәге тикшереү бланктарын үҙ аллы тултыра. Ә халыҡ менән иҫәп алыусылар эшләй.
Ауыл хужалығы иҫәбен алыуға яҡынса йомғаҡ — быйыл декабрҙә, ә тулыһынса 2022 йылдың аҙағында яһала.
Иҫәп алыуҙа ҡатнашасаҡ инструкторҙар ҙа, иҫәп алыусылар ҙа планшеттар, махсус кейем һәм логотиптар төшөрөлгән битлектәр менән тәьмин ителәсәк

* * *
Ошо көндәрҙә Башҡортостанстат етәксеһе Әкрәм Ғәниев етәкселегендә үткән кәңәшмәлә киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты. Унда ла һүҙ ауыл хужалығы һәм Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампаниялары хаҡында барҙы.
Ауыл хужалығы иҫәбен алыуға әҙерлек, уны ойоштороу мәсьәләләрен Башкортостанстат етәксеһе урынбаҫары Илдар Заһиҙуллин яҡтыртты.
— Башҡортостанда ауыл хужалығы иҫәбен алыу барышында республикала 800-ҙән ашыу ауыл хужалығы ойошмаһын, 4 мең крәҫтиән-фермер хужалығын һәм шәхси хужалыҡты, бынан тыш, 2,4 меңгә яҡын баҡсасылыҡ ширҡәтен һәм 677 мең шәхси ярҙамсы хужалыҡты яҙып алырға кәрәк буласаҡ. Был эшкә 1,8 меңдән ашыу кеше йәлеп ителә, — тип белдерҙе ул.
Илдар Айрат улы әйтеүенсә, ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙа һанлы технологияларҙың ҡулланылыуы мәғлүмәттәрҙе йыйыуҙы һәм эшкәртеүҙе тиҙләтергә булышлыҡ итәсәк. Иҫәп алыусыларҙың исемле танытмалары буласаҡ, улар йәшел төҫтә жилет һәм логотиплы бейсболка кейәсәк, планшет һәм сумкалары буласаҡ.
Эпидемиологик сараларҙы күҙәтеү маҡсатында бөтә персонал һаҡланыу саралары менән тәьмин ителәсәк.
Башҡортостанстаттың халыҡ статистикаһы һәм һаулыҡ һаҡлау бүлеге етәксеһе Ирина Үтәшева йән башына халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы хаҡында ентекле бәйән итте.
— Мәғлүмәти-аңлатыу эше — иҫәп алыуға әҙерлектең мөһим этабы, был эш һәр саҡ етди ҡараш талап итә, — тине Ирина Борисовна. — Иң мөһиме халыҡтың иҫәбен алыу, шулай уҡ демография, иҡтисади һәм социаль мәғлүмәттәр туплау. Халыҡты тотошлайы менән солғап алыу зарур. Әлбиттә, мәғлүмәттәр кешеләрҙең һорау алыу ҡағыҙҙары аша бирелгән яуаптарынан туранан-тура алына.
Ирина Борисовна йән иҫәбен алыу ҡағыҙҙарын Дәүләт хеҙмәтендә теркәлеп, үҙаллы тултырырға мөмкин булыуын әйтеп үтте. Шулай уҡ иҫәп алыусыны өйөңдә көтөп алырға һәм уның һорауҙарына яуап бирергә йәки яҡындағы иҫәп алыу пунктына барып мәғлүмәттәр еткерергә мөмкин. Иҫәп алыу участкаларының исеме Башҡортостанстат сайтында ҡуйыласаҡ, улар хаҡында шулай уҡ иҫәп алыу кампанияһының «Ҡыҙыу линияһы»нан белешергә мөмкин.
Иҫәп алыусының респонденттарҙан бер ниндәй ҙә документ талап итергә хоҡуғы юҡ, әйткән һүҙҙәренән генә яҙып ала. Әгәр кемдер «Госуслуги» аша мәғлүмәттәр бирһә, алған кодын күрһәтә.
Был йән башына иҫәп алыуҙа үҙебеҙҙең ил граждандары һәм Рәсәйҙә йылдан ашыу йәшәгән сит ил граждандары, шулай уҡ ваҡытлыса йәғни бер йылдан аҙыраҡ йәшәгәндәр яҙып алына. Сит илдәрҙә командировкаларҙа, ялда, дауаланыуҙа, ҡунаҡта булғандарҙы, алыҫ йөҙөүҙәге моряктар, ситтә бер йылдан аҙыраҡ уҡыуҙа булғандар ҙа яҙып алынасаҡ. Йән иҫәбен алыусылар ҙа махсус кейемдә буласаҡ, уларҙы эмблемалы шарфтары һәм яҡтылыҡты ҡайтарыусы жилеттарынан танырға була, улар планшет һәм портфель йөрөтәсәк.
Рәсәй Федерацияһының иҫәп алыу командаһына 360 мең кеше инә. Шуларҙың 314 меңе — иҫәп алыусы (Башҡортостанда 7431 кеше), иҫәп алыусылар йыйған мәғлүмәттәрҙе артабан биреү менән шөғөлләнгән 45 мең контролер (беҙҙә 1235 кеше), 3,8 мең инструктор һәм 3,4 мең уполномоченный буласаҡ. Бында шулай уҡ мәғлүмәттәрҙе эшкәртеүсе операторҙар, кодировкалаусылар, Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендәге тәржемәселәр ҙә инә.
Иҫәп алыу мәғлүмәттәренән күпме хужалыҡ булыуын, ысынбарлыҡтағы никах структураһы, телдәрҙе белеү һәм уларҙа һөйләшеү, этник төркөмдәрҙең демографияһы, кешеләрҙең йәшәү шарттары, белем кимәле тураһында белешмә табырға мөмкин буласаҡ.
Һәр иҫәп алыусының алынған мәғлүмәттәрҙе сер итеп һаҡларға тейешлеге тураһында контракта яуаплылыҡ яҙылған. Шәхси мәғлүмәттәрен, паспортын, башҡа документтарын да һорарға тейеш түгелдәр. Планшетҡа исемһеҙ мәғлүмәт китә. Алынған мәғлүмәттәр милли проекттарҙы төҙөгәндә, төбәктәрҙең үҫешен күҙаллағанда, ғаиләгә ярҙам күрһәтеү сараларын билдәләгәндә, торлаҡ төҙөүҙә, һаулыҡ һаҡлауҙы үҙгәртеп ҡороуҙа, транспорт инфраструктураһы үҫешендә һәм башҡа бик күп өлкәләрҙә ҡулланыласаҡ.
Ирина Үтәшева шулай уҡ йән башына иҫәп алыуҙағы логотипта, слоганда һәм талисманда 2020 һандары ҡалыуын да әйтеп үтте. Республиканың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының бүлек мөдире Неля Ғәйнетдинова киң мәғлүмәт сараларының иҫәп алыуҙы үткәреү буйынса бурыстарын барланы.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас