Әлфир Байымов 1980 йылда Әбйәлил районының Амангилде ауылында тыуған. Сибайҙа интернат-гимназияны тамамлаған. Ике юғары белемле. Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге вәкиле итеп тәғәйенләнгә тиклем 126-сы мәктәп директоры булған, шулай уҡ Башҡортостан кооператив техникумында төрлө вазифаларҙа эшләгән
«Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллегенең төп бурысы — ике төбәк араһында төрлө яҡлы хеҙмәттәшлекте үҫтереү. Өҫтөнлөклө йүнәлештәр араһында — эшҡыуарлыҡ берләшмәһе вәкилдәренең инвестиция һәм иҡтисади әүҙемлегенә булышлыҡ күрһәтеү. Бынан тыш, мәғарифҡа һәм фәнгә, Көньяҡ Урал мәктәптәрендә башҡорт телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү кластарын асыу тәжрибәһен таратыуға айырым иғтибар бүлербеҙ. Мәҙәниәт өлкәһендә иһә Силәбе өлкәһендәге башҡорт йәмәғәт ойошмалары менән эшләргә һәм һөйләшеүҙәр алып барырға әҙербеҙ», — тине Әлфир Байымов.
Яҡташыбыҙға яңы вазифала уңыштар теләйек!