Росстат мәғлүмәте буйынса 2021 йылда Рәсәйҙә уртаса бер мең ир-атҡа 1154 ҡатын-ҡыҙ тура килә.
Иң күп айырма етмеш йәште үткәндәр араһында, йәки бер мең иргә 2278 ҡатын ҡыҙ тура килә. Дүрт йәшкә тиклемгеләр араһында малайҙар күберәк, йәғни бер мең малайға 944 ҡыҙ. Дөйөм алғанда, 34 йәшкә тиклем ир-егеттәр һаны ҡатын-ҡыҙҙарҙан күберәк килә. 35 йәштән өлкәндәр араһында ҡатын-ҡыҙҙар һаны ир-егеттәрҙән күберәк була башлай. Шулай уҡ ҡала һәм ауыл халҡы араһында ла айырма бар. Мәҫәлән, ҡала ерендә бер мең ир-егеткә 1186 ҡатын-ҡыҙ тура килһә, ауыл ерендә 1066. “Демография” милли проектына ярашлы 2024 йылда уртаса ғүмер оҙонлоғон 67-гә еткереү бурысы ҡуйылған.