Рәсәй Президенты Владимир Путин уҡыусы балалары булған ғаиләләргә бер тапҡыр бирелә торған 10 мең һум түләмде 2 августан башларға ҡушты.
Был түләм 16 августан башланырға тейеш ине, ил башлығы аңлатыуынса, уны ике аҙнаға алдан башлау ата-әсәләргә уҡыусы балаларын мәктәпкә әҙерләү мөмкинлеге бирә. Бындай түләмде бәтәһе 20 миллион бала аласаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, апрелдә Владимир Путин Федераль йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә мәктәп йәшендәге балалары булған ғаиләләргә матди ярҙам күрһәтеү тураһында әйткәне. Дәүләт башлығы тейешле указға июль башында ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, түләмде алыусы балаға беренсе сентябргә алты йәш тулырға тейеш һәм 18 йәшкә тиклемге уҡыусыларға бирелә. Шулай уҡ, 17 йәшлек үҫмерҙәр мәктәп тамамлап юғары уҡыу йортонда йәки колледжда уҡыған осраҡта ла түләнә. Бынан тыш, инвалид , һаулыҡ буйынса мөмкинлектәре сикле 18 йәштән 23 йәшкә тиклемгеләр дөйөм белем биреү программаһы буйынса уҡыуын дауам итә икән, уларға ла түләм буласаҡ.