Кениянан 22 йыл буйы башланғыс синыфта уҡыған 38 йәшлек ир университет тамамлап, юғары белем тураһында диплом алған.
Был хаҡта Nation.africa. сайтында хәбәр ителә.
Егерме ике йылда Мэтью Аол Нямлор (Mathew Aol Nyamlor) төрлө биш башланғыс мәктәптә уҡый, урта белем биреү мәктәбенә күсеү өсөн туғыҙ тапҡыр уңышлы имтихан тапшыра, ләкин артабан уҡый алмай. Бының сәбәбе, һай белемле булыуында түгел, ә илдәге ҡануниәт буйынса урта мәктәптә уҡыу түләүле булыуы. Уның түләрлек аҡсаһы булмай һәм уға шулай итеп бер нисә тапҡыр уҡыуҙы ҡайтанан башларға тура килә.
2004 йылда сираттағы башланғыс мәктәпте тамамлағас, урта мәктәпкә килә һәм уны белем биреү йорто директора йәлләп, һуңыраҡ түләү шарты менән уҡыуға ала. Әммә ул уҡыу осоронда түләргә аҡса таба алмай һәм ике йылдан мәктәптән ҡыуыла. Бер йылдан белем алыуға өмөтөн юғалтҡан М. Нямлор Найроби ҡалаһына эш эҙләп сығып китә, ләкин күпмелер ваҡыттан башланғыс мәктәпкә ҡайтанан барырға ҡарар итә. Шулай итеп, 2011 йылда уның тырышлығын баһалап уҡыу сығымдарын ҡаплар өсөн махсус стипендия бирәләр һәм ул урта белем ала. Урта мәктәптән һуң Мэтью Аол Нямлор университетҡа инеп, уңышлы тамамлай һәм 23 июлдә дәүләт сәйәсәте һәм идара итеү буйынса бакалавр дәрәжәһендәге диплом ала.