Йәмғиәт
30 Июля 2021, 07:00

Һәр эштең башында халыҡ үҙе тора

Первомай ауылына нигеҙ 1934 йылда һалынған. Тарихҡа күҙ һалһаҡ, был осорға тиклем бында Казачья исемле станица булған. Бер мәл ҙур янғын сығып, станицаның бар йорттары тулыһынса янып бөткән һәм казактар Силәбе өлкәһенә күсенгәндәр.

Һәр эштең башында халыҡ үҙе тораҺәр эштең башында халыҡ үҙе тора
Һәр эштең башында халыҡ үҙе тора

Первомай ауылына нигеҙ 1934 йылда һалынған. Тарихҡа күҙ һалһаҡ, был осорға тиклем бында Казачья исемле станица булған. Бер мәл ҙур янғын сығып, станицаның бар йорттары тулыһынса янып бөткән һәм казактар Силәбе өлкәһенә күсенгәндәр.

Хәҙерге Первомай 1934 йылда «Красная Башкирия» совхозының һөтсөлөк бүлексәһе булараҡ ойошторолған һәм ул «Молочная» тип йөрөтөлгән. Яңы төҙөлгән эшселәр ҡасабаһына төрлө яҡтан кешеләр эшкә килгән һәм ошонда йәшәргә ҡалғандар. Ауылда бөгөн сығыштары менән Ҡырҙас, Әхмәт, Билалдан булғандар күпселекте тәшкил итеүе шуның менән аңлатыла.
Һуңғараҡ ул «Йәнгел» совхозына ҡушыла һәм хужалыҡтың 3-сө бүлексәһе тип атала башлай. Күптәр уны элеккесә «Третий» тип тә йөрөтә. Ауыл янынан Өфө — Сибай тимер юлы үткәнлектән, уның «46-сы разъезд» тигән исеме лә билдәле. Уның янындағы «Пещерная», «52-се разъезд», «Сухое озеро» тигән станциялар бөтөрөлгәс, унда эшләп, шунда йәшәгәндәр ҙә ошо ауылға килеп төпләнгән.
«Башҡорт АССР-ының ауыл Советтарын берләштереү тураһында»ғы Указға ярашлы 1960 йылда 3-сө бүлексә Первомай тип үҙгәртелә.
Заманында бүлексәлә хужалыҡтың һөтсөлөк-тауар фермаһы гөрләп эшләй, уның ҡырсылыҡта ла уңыштары мул була. Юғары хеҙмәт етештереүсәнлеге күрһәтеп, орден-миҙалдарға лайыҡ булған малсылары, механизаторҙары менән дан алған был ауыл. Мәҫәлән, алдынғы быҙау ҡараусы, Ленин һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры, Социалистик Хеҙмәт Геройы, РСФСР Юғары Советының һигеҙенсе, БАССР Юғары Советының етенсе саҡырылыш депутаты Фәхирә Ғүмәрованың исеме киң билдәле. Хөрмәтле Фәхирә Мөхәмәтшәриф ҡыҙы үҙе тере саҡта уҡ ауылдаштары уның хеҙмәтен юғары баһалап, ауылдың бер урамына уның исемен биргән. Район үҙәге Асҡарҙа һәм Ф. Ғүмәрова тыуып үҫкән Ишбулдыла ла уның исемен йөрөткән урамдар бар.
Хужалыҡта ғына түгел, район, хатта республика кимәлендә иген игеүҙә һәр саҡ юғары күрһәткестәргә өлгәшкән һуғыш ветераны Баһауетдин Афзал улы Сафиуллиндың фиҙакәр хеҙмәте Ленин һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары менән билдәләнгән. Механизатор Салауат Тимерйән улы Ниғмәтуллин Хеҙмәт Даны орденына лайыҡ булған. Һауынсы Зәбирә Хәкимйән ҡыҙы Әхмәтйәнова менән механизатор Владимир Тихонович Карпов Почёт Билдәһе ордены менән наградланғандар. Механизатор Иван Фёдорович Зацепиндың хеҙмәте Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән билдәләнгән. Тыл хеҙмәтсәндәре Мария Галактионовна Зацепина менән Зәйтүнә Ғиниәт ҡыҙы Ҡотлогилдинаның исемдәрен дә халыҡ хөрмәтләп иҫкә ала. Ауылдың ошондай абруйлы кешеләрен халыҡ онотмаһын, айырыуса йәштәрҙе улар рухында тәрбиәләү маҡсатында данлыҡлы ауылдаштар хаҡында һөйләгән баннерҙар клубҡа ҡуйылған.
Бөгөн ауылда 85 хужалыҡта 300-ләп кеше йәшәй. Ауылда башланғыс мәктәп эшләп килә. Бөгөн белем биреү йортонда ремонт эштәре тамамланған. Буялған, ағартылған бина, шау сәскәгә күмелгән мәктәп ихатаһы ҡыҙҙарҙы һәм малайҙарҙы яңы уҡыу йылында ҡабул итеүгә тулыһынса әҙер.
Ошоға тиклем балалар баҡсаһы ла үҙенең кескәй тәрбиәләнеүселәре өсөн асыҡ булған. Тик учреждениела ҡаралған ашнаҡсы штаты ҡыҫҡартылыу сәбәпле, әлегә баҡса эшләмәй. Район етәкселеге тарафынан был мәсьәләнең ыңғай хәл ителеренә ышана первомайҙар.
Мәктәптә оҙаҡ йылдар уҡытыусы булып эшләгән З. Н. Әхмәтйәнова әллә күпме быуын балаларын тәү башлап уҡырға һәм яҙырға өйрәткән. 37 йыл педагогик стажлы оло тәжрибәле педагог, ауылда үткән сараларҙы ойоштороусы булған Зина Насибулла ҡыҙы быйыл хаҡлы ялға киткән.
Һуңғы йылдарҙа клуб мөдире булып эшләгән Р. Ҡ. Ҡотлогилдина ла быйыл пенсияға сыҡҡан. Әйтеүҙәренсә, нәҡ Роза Ҡасим ҡыҙының тырышлығы менән ауылда ҡатын-ҡыҙҙарҙың «Ромашка» фольклор ансамбле төҙөлгән, төҙөкләндереү өмәләрен башлап йөрөүсе лә ул булған. Ауылдың һәүәҫкәрҙәре концерт менән күрше-тирә ауылдарҙа сығыш яһаған, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, яулаған еңеүҙәре лә бихисап. Ауыл клубын Өфөнән килгән артистарҙың да урап үтмәүе ҡыуаныслы, ошо көндәрҙә генә йәш йырсы Йәмил Баймырҙиндың (Ябай малай) сығышын ҡарап кинәнгәндәр.
Оҙаҡ йылдар ауыл халҡының һаулығы һағында Таңсулпан Шакирова торған. Бөгөн ул ауылдан ситкә йөрөп эшләү сәбәпле, «ауылдың врачы» вазифаһын М. Х. Вәлиев башҡара. Первомай халҡы уның эшенән дә ҡәнәғәт: «Ауырып китһәк тә, врач тәғәйенләнгән процедураларҙы алыу өсөн дә нәҡ үҙебеҙҙең пунктҡа йүгерәбеҙ, — тиҙәр. — Мөхәмәт Хәлидар улы һәр кемде ихлас ҡабул итә, уның йылы һүҙе — үҙе дауа».
Ауылда малсылыҡ фермаһы бөгөнгәсә эшләп килә. Фермалағы ҡураларҙың башҡа ауылдарҙағы кеүек емерелмәй, һаҡланып ҡалыуында уның мөдире Римма Махийәнованың өлөшө ҙур. Күпмелер кешегә унда эш урыны бар.
Фермаларҙа алһыҙ-ялһыҙ мал ҡараған, һыйыр һауған, баҫыуҙарҙа иген иккән ауылдаштар ҙа оло хөрмәткә, иғтибарға лайыҡ. Бөгөн хаҡлы ялда булһалар ҙа, барыһы ла ишле мал тота, гөрләтеп донъяһын да көтә хөрмәтле хеҙмәт ветерандары. Улар иҫәбенә Зөбәйлә һәм Сәғәҙәт Хамматовтарҙы, Мәҡсүдә һәм Мөхәммәт Нурғәлиндарҙы һәм башҡа күптәрҙе индерергә була.
Первомай халҡы нигеҙҙә Магнитогорск ҡалаһына йөрөп эшләй.
—Йәй көндәре ҡала беҙгә айырыуса яҡыная, — тиҙәр первомайҙар. — Сөнки яңы төҙөлгән «Цемикс» заводына тиклем тура юлдан ике саҡрым, ары инде ҡалаға тиклем юл асфальт, шул арала барып та етәһең. Тик ҡыш, яҙғы-көҙгө өҙәрем ваҡыттарында Йәнгел аша урап йөрөргә кәрәк. Шул арауыҡтағы юлды күтәртеп ҡуйһалар, юл йөрөүселәргә шәп булыр ине...
Әйтеүҙәренсә, был завод төҙөлгән ваҡытта ауылдан байтаҡ кеше шунда эшләгән, ә производствола эшләүсе юҡ икән.
— Ауылда халыҡ тәртипле, аҙып-туҙып йөрөгәндәр, эшһеҙ ятҡандар юҡ. Ситкә йөрөп эшләргә мөмкинлеге булмағандар, һис юғы, помидор, башҡа йәшелсә үҫентеләре үҫтереп һатып, йә булмаһа кешеләргә ярҙамға сығып, кәрәк-ярағына етерлек аҡса эшләп ала, — тигән һүҙҙәрҙе һәр кемдән ишетергә мөмкин.
— Ауылдар бөтә, йәштәр ауыл ерендә ҡалмай, тип төшөнкөлөккә бирелгән кешеләрҙең фекере менән килешмәйем. Минеңсә, ауылдарҙың киләсәге ауыл халҡының үҙенә бәйле, һәр эштең башында ошонда йәшәгән халыҡ үҙе торорға тейеш, — тигән фекерҙә Зина Насибулла ҡыҙы. — Бына тәрбиә мәсьәләһен генә алайыҡ.

Һәр ауылда үҙҙәренең татыу йәшәүҙәре, бынамын тигән балалар үҫтереүҙәре, күркәм йорт төҙөүҙәре, ҡылған матур ғәмәлдәре менән ауылдаштарына өлгө булырлыҡ ғаиләләр байтаҡ.  Йәштәрҙең ғаилә ҡороп, ауылда ҡалыуы ла ошоға ишара. Миҫалға Тимур һәм Дилара Заһитовтарҙы, Айнур һәм Оксана Әлиевтарҙы, Илнур һәм Гүзәлиә Заһитовтарҙы, Элена һәм Байморат Сәлимовтарҙы килтерергә була.
Фәхирә Ғүмәрованың Магнитогорскиҙа йәшәгән ейәнсәре Элена Сәлимова бөгөн өләсәһенең нигеҙендә йорт күтәреүе лә йәштәрҙең ауыл ерен үҙ итеүен иҫбатлай.
Оҙаҡ йылдар Магнитогорск металлургия комбинатында крансы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡас, ата нигеҙенә ҡайтҡан Ғәлиә Исламғолова ла ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы булып, ауыл тормошонда әүҙемлеге менән айырылып тора.
Первомайҙа үҙ эшен булдырған булдыҡлы фермерҙар ҙа, шәхси хужалығында күпләп мал тотҡандар ҙа бар. Ауылда үткәрелгән сараларға бағымсылыҡ иткән эшҡыуарҙар, фермерҙар булыуы ла отошло. Мәҫәлән, фермер Вәкил Ниғмәтуллин, ауылдың имамы Йәнғужа Кәримов, староста Алексей Карпов, шәхси эшҡыуарҙар Тимур Заһитов, Йәүҙә Әхмәтйәнова, Бәхретдин Әбдүҡәйүмов һәм башҡаларҙың ярҙамы ҙур булған күптән түгел үткән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамында.
Асия Суфиянова һауын кәзәләре тотоп, ауылдаштарын файҙалы ла, шифалы ла эсемлек менән тәьмин итә.
Ауылда Т. А. Заһитовтың, Й. И. Әхмәтйәнованың өс магазины эшләй. Уларҙа халыҡтың аҙыҡ-түлеккә, кейем-һалымға һәм хужалыҡ тауарҙарына ихтыяжын ҡәнәғәтләндерелә.
Первомай зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырылған, һыу үткәргес һалынған.
— Хәҙер өй һайын тиерлек ҡаласа шарттар булдырылған: душ, ванна, санузел, интернет үткән, — тип ҡыуаныстарын йәшермәй халыҡ.
Шуны ла әйтеп китеү урынлы булыр: Первомайҙа шәхси хужалыҡтарҙағы малдарҙы көтөү һәр саҡ урын-еренә еткереп ойошторола. Башҡа ауылдарҙағы кеүек һыйыр-башмаҡтар, һарыҡ-кәзә урам тулып туҙып йөрөмәй. Ошоға тиклем ауыл малын Данил Ғәббәсов көткән, уға ҡарата халыҡтың бер генә дәғүәһе лә булмаған. Һуңғы йылдарҙа көтөүсе вазифаһын башҡарған Сәғит Әлиевты ла ауыл халҡы ғәҙел, эшсән, намыҫлы, яуаплы тип ҡылыҡһырлай.
— Уҙған йыл ҡар оҙаҡ яуманы бит. Беҙҙең ялан яғында яңы йыл еткәнсе һыйырҙар ҡырҙа йөрөнө. Көндәр һалҡын булыуға ҡарамаҫтан Сәғит Әлиев бер көн ҡалдырмай көттө, — тип маҡтай көтөүсене ауылдаштары.
Рәхмәт йөҙөнән ауыл халҡы көтөүсенең хеҙмәтен билдәләп үтергә була. Мал көтөүҙән ҡайтыр мәлде Сәғит Ғәсбәк улын ҡаршылап, уға әҙерләгән бүләктәрен тапшыралар. Малдарҙы имен-аман көткәне өсөн ауыл халҡы исеменән ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Айгөл Кәримова менән староста Алексей Карпов көтөүсегә Маҡтау ҡағыҙы һәм плед бүләк иткән, ә ауылда һәр сараға бағымсылыҡ иткән фермер Вәкил Ниғмәтуллиндың ҡатыны Фәүзиә апай ғаиләһе исеменән уға термос тапшырған.
Йәмле йәй айҙарының бер шәмбеһендә Первомай халҡы ошонда тыуып үҫеп, яҙмыш ҡушыуы буйынса төрлө тарафтарҙа йәшәгән ауылдаштарын йыйып, оло байрам үткәргән. Байрамға әҙерлек барышында ауыл танығыһыҙ булып үҙгәргән, һәр кем йортон тәртипкә килтергән: кемдер йорттоң ҡыйығын яңыртып япҡан, икенселәр баҡса ҡоймаһын, ҡапҡаһын алмаштырған, буяған.
— «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы былтыр үтергә тейеш ине. Әммә бөтә донъяны баҫып алған тажзәхмәт планға үҙгәрештәр индерҙе. Шулай ҙа һәр кем үҙенсә әҙерлек алып барҙы, донъяһын йүнәтте, шалданы. Быйыл яҙ етеү менән төҙөкләндереү эшенә тағы ла ихласыраҡ ҡушылдылар һәм бер ай эсендә көнө-төнө эшләп, ауылды матурайтып та ҡуйҙылар, — ти Айгөл Йәнғужа ҡыҙы.
Ауылдың тирә-яғын, йылға ярҙарын сүп-сарҙан таҙартыу өмәләрендә халыҡ ихлас ҡатнашҡан.
— Ауыл уртаһындағы скверҙы буяп сығыу, ундағы балалар майҙансығын тәртипкә килтереү ҙә күмәк көс талап итте. Бында һәр эштә әүҙем ауылдаштар ярҙамға килде. Ҡарауһыҙ ҡалған йорттар ҙа уңған ир-егеттәребеҙҙең, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың тырышлығы менән тәртипкә килтерелде, — тип һүҙгә ҡушыла ойоштороу комитеты ағзаһы Зина Насибулла ҡыҙы.
Байрамда ауылдың һәр ғаиләһен төрлө-төрлө номинацияларҙа билдәләп ҡыуандырғандар. Иң олоһо булған Зәйтүнә апай Ҡотлогилдинаны һәм иң бәләкәс Айрина Әлиеваны тәбрикләгәндәр. Ошо йылда түңәрәк юбилейҙарын билдәләгәндәр, ғаилә ҡороу-ҙарының түңәрәк даталарына еткәндәрҙе ҡотлап, бүләктәр тапшырғандар. Оҙаҡ йылдар бергә ғүмер кисергән бәхетле парҙар ҙа сәхнәгә саҡырылған. «Татыу ҡәйнә менән килен» номинацияһында Әлфиә менән Флүрә Солтанғоловалар һәм Зәлифә менән Дилара Заһитовалар билдәләнһә, Рәйсә Сөләймәнова менән Закир Шакиров, Гөлнара Сәйетғәлина менән Артур Папанин, Гөлсинә Сафиуллина менән Тимур Заһитов «Татыу ҡәйнә менән кейәү» тип табылған.
Һуғыш ауырлыҡтарын үҙ иңендә кисергән оло быуын вәкилдәренә Йәнгел ауыл биләмәһе башлығы Рөстәм Ҡадиров «Һуғыш балалары» танытмаһын тапшырып ҡыуандырған.
Ауылда күп бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙең ишле булыуы ҡыуаныслы. Байрам сиктәрендә «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгәндәр, район энцикло-педияһына индерелгән Зәлифә Заһитова, Фирүзә Латипова, Асия Суфияновалар йәй мәле бик тә кәрәкле булған зонт менән буләкләнһә, күп бала баҡҡан йәш әсәләр Оксана Әлиева, Лилиә Әхмәтйәнова, Дилә Мәхмүтова, Элена Сәлимова, Маргарита Хамматоваларға электр сәйнүктәре бирелгән. Ауылдаштарының ихтирамын яулаған көтөүсе Сәғит Әлиевтың эшен дә баһалағандар.
Был көндө ил һағына баҫасаҡ егеттәргә изге теләктәр еткерелеп, уларға аҡ юл теләп, бүләккә электропаяльниктар тапшырылған. Илнур Әхмәтйәнов, Руслан Солтанғолов, Азат Сафиуллин, Әнүәр Юнысовтар илебеҙ һағын ышаныслы һаҡлар, йоҡолар тыныс булыр, тип ышанабыҙ.
Һәр эшкә оҫта ир-егеттәрһеҙ донъяны сынъяһау итеү мөмкин түгеллеген күҙ уңында тотҡан ойоштороусылар ауылды матурайтыуға, төҙөкләндереүгә ҙур өлөш индергән ир-егеттәрҙе лә сәхнәгә сығарып, отверткалар йыйылмаһы менән бүләкләгән. Алтын ҡуллы, өлгөр ҡатын-ҡыҙҙар ҙа хөрмәткә лайыҡ булған.
Тағы шуныһы: был байрамда «Намыҫлы кеше» номинацияһында берәү бүләккә лайыҡ булған. Баҡтиһәң, Наил Нурғәлин урамда аҡсаһы менән көшәлек табып алған. Ул аҡсаны тотоп, күп кенә йорттарҙы урап сыҡҡан. Икенсе көнө генә көшәлектең хужаһы табылған, ҡунаҡҡа килгән ауыл кейәүенеке булып сыҡҡан.
Осрашыуҙа рәсми ҡунаҡтар иҫәбендә район Советы депутаты, Асҡар үҙәк дауаханаһы баш табибы урынбаҫары Рәфис Манаповтың һәм «Ярҙам» үҙәге директоры Рәйлә Ғүмәрованың ҡатнашыуы сараға оло мәртәбә өҫтәгән.
Осрашыуҙы юғары кимәлдә әҙерләүгә өлгәшкән байрамдың ойоштороу комитеты ағзалары Айгөл Кәримова, Зина Әхмәтйәнова, Рита Хамматова, Рәзинә Әлиева һәм Гөлсинә Сафиуллиналар был көндө район хакимиәтенең Рәхмәт хатына лайыҡ булған. Ә ауылға төҙөкләндереү эштәренә тотоноуға район хакимиәте исеменән 25 мең һумлыҡ сертификат тапшырылған.
Байрамды Первомай һәүәҫкәрҙәренән тыш, Йәнгел, Таштуй ауылдарынан килгән артистарҙың сығышы биҙәгән. Бәхретдин Әбдүҡәйүмов ҡунаҡтарҙы тәмле былау менән һыйлаған.
Был көндө тыуған төйәгенә ҡайтҡан һәр кем ҙур донъяға алып сыҡҡан баласаҡ һуҡмаҡтары буйлап үткән, туғандары, дуҫтары, ауылдаштары менән осрашҡан, тыуған тәбиғәтендә ял итеп, артабан йәшәүгә көс, дәрт алып ҡайтҡан.
— Байрамға әҙерлек осоронда Йәнгел ауыл биләмәһе башлығы Рөстәм Эрнст улының көн оҙоно ауылда булып, кәңәштәрен биреүе, һәр яҡлап ярҙам итеүе халыҡты дәртләндерҙе. Хакимиәт эшселәре Эдуард Мазилов менән Радик Солтановтарҙың ярҙамы ла баһалап бөткөһөҙ, нәҡ уларҙың булышлығында күп эштәрҙе атҡарып сыҡтыҡ, — ти осрашыуҙы үткәреүгә үҙ өлөшөн индергән һәр кемгә рәхмәтле булып Зина Насибулла ҡыҙы. — Төп байрам саралары уҙған аҡланды кискә бергәләп таҙаларға сыҡтыҡ. Ауылдаштарыбыҙҙың тәртиплелеге билдәһе инде, унда сүп-сар бөтөнләй булманы тиерлек. Әйткәндәй, аҙна һайын сығып, ауылдың тирә-яғын, йылға буйын да таҙартып торабыҙ.
«Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» үтһә лә, матур, күңелле байрам үткәреүебеҙ өсөн рәхмәт һүҙҙәре әле булһа ишетәбеҙ, был хаҡта беҙгә яҙып ебәреүселәр ҙә күп, — ти ойоштороу комитеты ағзалары. — «Осрашыу шәп, ихлас үтте», «Бөтә нәмә урын-еренә еткереп, уйлап ойошторолған», «Байрамдар нәҡ шулай булырға тейеш тә» кеүегерәк һүҙҙәрҙе ишетеү йөрәккә май булып яғыла, эшебеҙҙе күрә, баһалай белеүҙәренә рәхмәтлебеҙ.
Бына шулай дәррәү, берҙәм ғүмер кисерә Первомай халҡы.

Һәр эштең башында халыҡ үҙе тора
Һәр эштең башында халыҡ үҙе тора
Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас