25 - 29 августа Өфөлә “Йәш профессионалдар” (WorldSkills Russia) IX чемпионатының финалы уҙасаҡ.
Өфөлә “Йәш профессионалдар” (WorldSkills Russia) IX чемпионатының финалын үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителде. 23 июлдә видеоселектор кәңәшмәһендә Рәсәй мәғариф министры Сергей Кравцов ҡатнашлығында сараны ойоштороу буйынса эшсе төркөм ултырышы үтте.
Чемпионат 25-29 августа уҙасаҡ, әлеге ваҡиғаға әҙерлек тураһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров һөйләне.
“Төп ярыш майҙансығында – Йәш профессионалдар паркында павильондарҙың конструкцияларын төҙөү теүәлләнде. Планлаштырылған йыһаздар һатып алынды. Чемпионаттан һуң ул урта һөнәри белем биреү учреждениеларына ебәреләсәк. Шулай итеп, колледждарҙың матди-техник базаһы бөтә төбәк буйынса 70 процентка яңыртыласаҡ”, — тине Андрей Назаров.
Чемпионат финалында конкурсанттар 7 блокка бүленгән 105 һөнәри компетенцияла үҙ оҫталығын күрһәтәсәк: төҙөлөш һәм төҙөлөш технологиялары; мәғлүмәт һәм коммуникацион технологиялар; ижад һәм дизайн; етештереү һәм инженерлыҡ технологиялары; хеҙмәт күрһәтеү өлкәһе; транспорт һәм логистика; мәғариф. Республика командаһы 103 компетенция буйынса ярыштарҙа ҡатнашасаҡ. Йыйылма командала 498 кеше бар — 280 конкурсант һәм 218 эксперт. Ярыштарҙа Рәсәйҙең 75 төбәгенән командалар ҡатнашасаҡ, барлығы 3000-ләп ҡатнашыусының килеүе көтөлә.
Сара йыл һайын Владимир Путиндың май указдары менән ҡул ҡуйылған “Мәғариф” милли проектына ярашлы “Йәш профессионалдар” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үткәрелә.
Фото: bashinform.ru