Кәңәшмәлә дәүләт статистика хеҙмәте етәксеһе Әкрәм Ғәниев белдереүенсә, быйыл ведомство урта һәм бәләкәй бизнесты тулыһынса күҙәтеүҙе, .йәғни иҡтисади иҫәп алыуҙы үткәргән. Әле ауыл хужалығы иҫәбен алыу маҡсатында иҫәп алыусылар өйҙәр буйлап йөрөп, кәрәкле мәғлүмәттәрҙе яҙып алалар.
Әкрәм Ғәниев Бөтә халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек барышы хаҡында ла бәйән итте. Билдәле булыуынса, был мөһим кампания быйыл 15 октябрҙән 14 ноябргә тиклем үтәсәк. Унда 9 меңдән ашыу белгес ҡатнашасаҡ.
Был иҫәп алыуҙы Рәсәй халҡы тәүге тапҡыр “дәүләт хеҙмәте” порталында теркәлеп үҙаллы үтә ала.
—Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға күптән әҙерләнәбеҙ, — тине Радий Хәбиров. — Беҙҙең өсөн башҡортостан халҡының һанын һәс структураһын аңлау мөһим. Ә был республиканың артабанғы үҫеше өсөн файҙалы һәм кәрәкле мәғлүмәт.