Йәмғиәт
6 Августа 2021, 05:55

Грант алыусы проекттар билдәләнде

Башҡортостан Башлығының гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү һәм социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырыуға гранттары конкурсы еңеүселәре асыҡланды

Башҡортостандың Граждандар йәмғиәте үҫешенә булышлыҡ итеү фондының Конкурс комиссияһы ултырышы үткәрелде, ул Башҡортостан Башлығының гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү һәм социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырыуға гранттары конкурсы еңеүселәренең исемлеген раҫланы. Исемлеккә республиканың 113 ойошмаһы индерелде.

Проекттар араһында – иң абруйлы конкурс йүнәлештәре: һаулыҡ һаҡлау, сәләмәт тормошто пропагандалау – 24 проект, социаль хеҙмәтләндереү, айырым граждандар төрҙәренә социаль ярҙам һәм яҡлау – 23 проект,  мәҙәниәт, сәнғәт, тарихи хәтерҙе һаҡлау – 22 проект, фән, мәғариф – 15 проект һәм башҡалар.

“Был конкурс район һәм ҡалаларҙың әүҙемлеге менән айырылып торҙо: ғаризалар 54 муниципаль берәмектән килде”, – тине фондың генераль директоры Люция Юлуева.

“ТеатрПРОFF "39 параллель” (Өфөнөң 39-сы гимназияһы) проекты сиктәрендә республикалағы беренсе профессиональ йүнәлеш театры барлыҡҡа киләсәк, быйыл көҙ Балалар инновацияһы фестивале (“Уңыш академияһы” берекмәһе) уҙғарыла, “Донъяға һуҡмаҡ” проекты (“Ал сәскә” берекмәһе) 27 ғаиләлә балаларға комплекслы ярҙам күрһәтәсәк һәм башҡалар. Иң ҙур суммалы грантты – 8 368 880 һумды “Башҡортостандың хәрби үткәне буйынса тарихи хәтер, Башҡорт республикаһын ойоштороусыларҙың ғилми мираҫын ҡайтарыу”  проекты аласаҡ. Проектты булдырыусы – Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәтенең Башҡортостандағы йәмғиәт-дәүләт ойошмаһы.

 

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас