

Социаль селтәрҙәрҙә Магнитогорск ҡалаһы яғынан Башҡортостанға, йәғни беҙҙең район биләмәһенә ингән урында ҡуйылған стеланың юҡҡа сығыуын, уның урынын трактор тигеҙләп йөөрөгәнен сағылдырған фотолар баҫылды.
Әбйәлилдәрҙе совет орден-наградалр төшөрөлгән стела урынына яңынан ҡуйылырҙармы, әллә ул яңыртылырмы, тигән һорауҙар борсой.
Бында район хакимиәтенән алынған яуапты килтереү урынлы булыр: “Район төҙөкләндерелә, был һәр кем өсөн шатлыҡлы. Стелаға килгәндә, ул торған урын, ысынлап та, Магнитогорск яғынан беҙҙең республикаға ингән ҡапҡа булып тора. Ә стеланы үткән быуаттың 70-се йылдарында “Красная Башкирия” совхозы ҡуйған һәм ул күптән иҫкергән. Беҙ уны рәткә килтерергә тырыштыҡ, әммә конструкция быға яраҡһыҙ булып сыҡты. Әле иһә уны бөтөнләй алып ташланыҡ һәм 2021 йылдың октябрь аҙағына тиклем унда өр-яңы конструкция ҡуйыласаҡ. Был хаҡта майҙа уҡ район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов социаль селтәрҙәрҙә хәбәр иткәйне. Стеланың эскизы өҫтөндә билдәле рәссам Ринат Атауллин эшләй. Шулай уҡ, эскиздар буйынса беҙ район халҡынан дә ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр көтәбеҙ. Уны adm01@bashkortostan.ru. адресы буйынса ебәрергә мөмкин.