

Ауылда өсөнсө йыл археологик тикшеренеүҙәр дауам итә. Ғалимдар был урында Уралдағы иң тәү кешеләр йәшәгәндер тип фаразлай.
Көньяҡ Уралдағы иң ҙур ҡурғандарҙың береһе Күсем ауылында табылды һәм тарихсыларҙың иғтибарын йәлеп итте. Ғилми экспедиция етәкселәре — Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө институтынан тарих фәндәре кандидаттары Никита Савельев менән Вячеслав Котов 2019 йылдан алып йәй һайын тикшеренеү эштәре уҙғара. Улар әйтеүенсә, ҡурған беҙҙең эраға тиклем V-IV быуаттарға, скиф-сармат осорона ҡарай.
Был ерҙәрҙә элек урындағы хужалыҡтың баҫыуҙары булған. Ҡалҡып торған түбәне техника урап уҙған һәм шул рәүешле беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған.
Экспедиция составында Өфөнөң һәм Свердловск өлкәһенең тарих институты хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр, мәктәп уҡыусылары эшләй. Улар тикшереләсәк урынды өлөштәргә бүлгән, тупрағын ипләп кенә ҡаҙып ала. Бәләкәй көрәк менән ҡаҙғанда ла айырыуса һаҡлыҡ талап ителә: быуаттар буйы ер аҫтында һаҡланған боронғо табыштарҙы онтап ҡуйыу хәүефе бар. Һәр табылған әйберҙе ғалимдар шунда уҡ тикшереп, ниндәй осор, быуатҡа ҡарауын билдәләй. Таш быуатта йәшәүселәрҙең көнкүрештә ҡулланған кәрәк-яраҡ: тире һыҙырыу өсөн таштан эшләнгән ҡорамал, һөңгө остары, бысаҡ, башҡа әйберҙәре табылған.
— Беҙҙең ҡарамаҡҡа был бик ҙур һәм тарихи яҡтан әһәмиәтле асыштар. Ғилми тикшеренеү маҡсаты — таш ҡурғанды өйрәнеү һәм һәр ҡомартҡы беҙҙең өсөн ҙур табыш булып тора, — ти Вячеслав Георгиевич. — Был оҙаҡ ваҡыт, көсөргәнешле хеҙмәт талап иткән эш. Әммә ул кәрәкле, сөнки беҙ ҡасандыр ошо ерҙәрҙә йәшәүселәр хаҡында һәм тарихты белергә, йәш быуынға еткерергә тейешбеҙ.
— Тикшеренеүҙәр менән бер рәттән беҙ «Яҡтыкүл-Күсем археологик экспедицияһының мәктәп лекторийы» проектын тормошҡа ашырабыҙ. Ул «Ватан тарихы» фонды ярҙамы менән башҡарыла. Был проект сиктәрендә 200-ҙән ашыу уҡыусы лекторийҙа ҡатнашты. Быға тиклем Екатеринбург, Силәбе, Өфөнән балалар килде, бөгөн Ташбулат урта мәктәбе уҡыусылары археология фәне тураһында лекцияны ҡыҙыҡһынып тыңланы, улар өсөн таш эшкәртеү, балсыҡтан һауыт-һаба яһау буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторҙоҡ, — ти Никита Сергеевич. — Шулай уҡ мәктәп музейҙары булдырыу тәжрибәһе менән уртаҡлаштыҡ.
Археологик экспедиция эше менән танышыу өсөн Мәскәүҙән «Ватан тарихы» фондының башҡарма директоры Константин Могилевский килде. Ул түбәлә тикшеренеүҙәр нисек барыуын ҡараны, нимәләр табылыуы менән ҡыҙыҡһынды.
— Был беҙҙең тарих һәм археологик яҡтан ҙур әһәмиәткә эйә. Айырыуса балаларҙы был эшкә йәлеп итеүҙе хуплайым, улар ғүмерлеккә һабаҡ ала, тарихи асыштарҙы үҙ күҙҙәре менән күрә. Был йәш быуынды тәрбиәләү, илһөйәрлек тойғоһо уятыу яғынан да ҡулай, — тине Константин Ильич. — Уңыштар, ҡыҙыҡлы табыштар теләйем!
— Өс йыл дауамында фондтың, республиканың ярҙамын тойоп эшләйбеҙ. Район хакимиәте ҡурған урынын кәртәләне, йәй дауамында палаткалар лагерында йәшәүсе археологтар өсөн уңайлыҡтар булдырҙы, — тип рәхмәт белдерҙе экспедиция етәкселәре.