

1 августан республикала Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы микроиҫәбен алыу башланды. Һуңғы тапҡыр бындай сара 2016 йылда уҙғарылғайны.
Был мөһим кампанияның маҡсатына килгәндә, ул илдә ауыл хужалығы торошо буйынса тулы рәсми статистик мәғлүмәт туплау өсөн уҙғарыла, йәғни тармаҡтағы структур үҙгәрештәр, етештереүселәрҙең категорияларына бәйле белешмә йыйыу, өлкәләге үҫеште күҙаллау, ауыл хужалығына ярҙам саралары әҙерләү өсөн кәрәк.
Микроиҫәп алыу объекттары булып ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәрҙең түбәндәге категориялары: ауыл хужалығы ойошмалары, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары, шәхси эшҡыуарҙар, граждандарҙың шәхси ярҙамсы һәм башҡа үҙ хужалыҡтары, коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ, йәшелсәселек ширҡәттәре тора.
Ошо иҫәп алыу барышында ауыл хужалығы тармағында мәшғүлдәр һаны, ер участкалары һәм уларҙы файҙаланыу, ауыл хужалығы культуралары һәм күп йыллыҡ үҫентеләр майҙандары тураһында ла мәғлүмәттәр теркәлә. Шулай уҡ мал, ҡош-ҡорт та ситтә ҡалмаясаҡ, машина һәм ҡорамалдар ҙа ҡағыҙға төшәсәк.
— Бөгөн махсус кейем, планшеттар менән тәьмин ителгән иҫәп алыусылар ҙа, уларҙың эшен контроллек итеүсе инструкторҙар ҙа, барыһы ла ошо мөһим эшкә ҡушылды. Хәүефһеҙлекте хәстәрләп, битлек, бирсәткә кейеү ҙә мөһим талап. Иҫәп алыусының таныҡлығы һәм паспорты ла үҙе менән булырға тейеш. Беҙҙә бөтә эштәр ҙә ҡуйылған тәртипкә ярашлы алып барыла, — тип һөйләй районда ауыл хужалығы иҫәбен алыу буйына уполномоченный Ғәлим Дәминдаров. — Инструкторҙар көн һайын иртәндән үҙҙәре яуаплы булған участкаларға сыға. Иҫәп алыусылар иһә өйҙәр буйлап йөрөп, кәрәкле мәғлүмәттәрҙе туплай. Дөйөм эштә ауыл хакимиәттәре лә ярҙам күрһәтә.
—Асҡар ауыл биләмәһендә ете иҫәп алыусы эшләй, улар һәр береһе үҙ эшенә яуаплы ҡараған кешеләр, — тип таныштыра үҙ эше менән инструктор Г. Н. Әхмәтйәнова. —Әлбиттә, төрлө аңлашылмаусанлыҡтар килеп тыуһа, иҫәп алыусылар шунда уҡ беҙҙең менән бәйләнешкә инеп, хәл итәләр. Аңлатма бирәбеҙ, кәрәк икән, урынға сығып та ярҙам итәбеҙ.
Һорау алғанда иҫәп алыусыларға бер ниндәй ҙә документтар күрһәтергә кәрәкмәй. Мәғлүмәттәр хужаның һүҙҙәренән яҙып алына. Иҫәп алыу документтарында исем-фамилия һәм башҡа шәхси мәғлүмәттәр күрһәтелмәй.
— Иҫәп алыусылар менән аралашыу өсөн 30 минут, бер сәғәт самаһы ваҡыт бүлеү ҡаралған, тик ғәмәлдә иһә күберәк ваҡыт китә, сөнки һәр кем, айырыуса, пандемия арҡаһында өйҙә генә торған ололар аралашыуға мохтаж. Үҙҙәренең хәл-әхүәлен, донъя, республика, район хәлдәре буйынса һорауҙарына яуап алмайынса, сығармайҙар, — ти иҫәп алыусылар.
Иҫәп алыусылар билдәләүенсә, ғөмүмән, халыҡ был мөһим сараға ыңғай ҡарашта. Сөнки был мөһим камания үтеүе тураһында халыҡҡа алдан иҫкәртелгәс, улар был хаҡта беләләр. Һәр кем һорауҙарға тулы һәм аныҡ яуап бирергә тырыша.
— Шулай ҙа ҡайһы берәүҙәргә иҫәп алыуҙың, улар нигеҙҙә интернеттағы төрлө сығанаҡтарҙан хәбәрҙар булыуынса, һалым һалыу өсөн түгел, ә тотош илдең артабанғы үҫеше өсөн кәрәклеген аңлатырға тура килә, — ти иҫәп алыуҙа ҡатнашыусылар.
108-се Федераль закондың 12-се статьяһындағы 1-се өлөшкә ярашлы, иҫәп ҡағыҙҙарында һәм электрон документтарҙа һаҡланған микроиҫәп объекттары тураһын-дағы мәғлүмәттәр ҡулланыу өсөн сикләнгән документ булып тора, улар күрһәтелмәй (таратылмай), бары тейешле дәүләт мәғлүмәт системаларын булдырыу өсөн генә файҙаланыла.
1 августан 16-һына тиклем ауыл хужалығы ойошмалары, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары электрон төрҙәге тикшереү бланктарын үҙ аллы тултыра.
Ауыл хужалығы иҫәбен алыуға яҡынса йомғаҡ – быйыл декабрҙә яһала, ә тулы мәғлүмәт 2022 йылдың аҙағында әҙер буласаҡ.
— Халыҡ бындай сараларға һәр ваҡыт яуаплылыҡ менән ҡарай. Был юлы ла һынатмайбыҙ, билдәләнгән эште сифатлы итеп башҡарып сығырбыҙ тип ышанам, — ти Ғәлим Хәйрулла улы.
* * *
Ошо аҙнала республика Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек барышы ҡаралды.
Кәңәшмәлә дәүләт статистика хеҙмәте етәксеһе Әкрәм Ғәниев белдереүенсә, быйыл ведомство урта һәм бәләкәй бизнесты тулыһынса күҙәтеүҙе, йәғни иҡтисади иҫәп алыуҙы үткәргән. Әле ауыл хужалығы иҫәбен алыу маҡсатында иҫәп алыусылар өйҙәр буйлап йөрөп, кәрәкле мәғлүмәттәрҙе яҙып алалар.
Әкрәм Ғәниев Бөтә халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек барышы хаҡында ла бәйән итте. Билдәле булыуынса, был мөһим кампания быйыл 15 октябрҙән 14 ноябргә тиклем үтәсәк. Унда 9 меңдән ашыу белгес ҡатнашасаҡ.
Был иҫәп алыуҙы Рәсәй халҡы тәүге тапҡыр «Дәүләт хеҙмәте» порталында теркәлеп үҙаллы үтә ала.
— Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға күптән әҙерләнәбеҙ, — тине Радий Хәбиров. — Беҙҙең өсөн Башҡортостан халҡының һанын һәм структураһын аңлау мөһим. Ә был республиканың артабанғы үҫеше өсөн файҙалы һәм кәрәкле мәғлүмәт.