Йәмғиәт
10 Августа 2021, 09:35

Уҡыусылар кейем һайлай

Яңы уҡыу йылы башланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Август айы ата-әсәләр өсөн иң мәшәҡәтле осор. Улдарын-ҡыҙҙарын өр-яңынан кейендерергә, уҡыу кәрәк-яраҡтарын хәстәрләргә кәрәк.

Уҡыусылар кейем һайлайУҡыусылар кейем һайлай
Уҡыусылар кейем һайлай

Яңы уҡыу йылы башланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Август айы ата-әсәләр өсөн иң мәшәҡәтле осор. Улдарын-ҡыҙҙарын өр-яңынан кейендерергә, уҡыу кәрәк-яраҡтарын хәстәрләргә кәрәк. Бының өсөн байтаҡ аҡса талап ителә, ә ғаиләлә бер нисә бала уҡыусы булһа? Мәктәпкә әҙерләнеү сығымдарын ҡаплау маҡсатында ил Президенты В. Путин уҡыусыларға 10-шар мең һум аҡса биреүе бик ҡулай булды.
Күптәр балаларын Магнитогорск баҙары һәм сауҙа нөктәләренә алып барыуға өҫтөнлөк бирһә, Асҡарҙа кейенеүселәр ҙә байтаҡ. Бигерәк тә дүшәмбе һәм кесаҙна балаларын етәкләп, оҙон исемлекте һыҙа-һыҙа әйбер алыусылар күп. Ҡыҙҙарына ап-аҡ матур блузкаларҙың ҡайһыһын алырға белмәй аптыранған әсәй менән һөйләшеп киттек. Өлкәне 8-се, бәләкәйе 5-се класҡа барыусы ҡыҙҙарға әйбер һайлауы еңелдән түгел.
— Ҡыҙҙарыма семәрле, ебәк блузкалар оҡшай. Мин классик стилдәгеһен алыу яҡлымын, улар уңайлы, туҡымаһы тәнгә һәйбәт, оҙон еңле булғас, ҡыш та кейергә мөмкин, — ти Альбина. — Бәлки, икәүһен дә алырмын. 1 сентябрь, төрлө байрамдарға матурын кейерҙәр, икенсеһе көндәлек кейеү өсөн булыр. Аяҡ кейемдәре, спорт костюмдары алдыҡ. Хәҙер салбар, юбка, кофталар кәрәк. Портфель быйыл кәрәкмәй. Былтыр ҡиммәтле, сифатлы булды, ипләп тотонғас өр-яңы тигәндәй. Мәктәп формалары ла ярағандай әле. Аҡса артһа ғына яңыртырбыҙ. Ҡыҙҙарға кейем күп кәрәк шул.
Тағы бер әсәй улы менән ҡыҙына аяҡ кейемдәре алырға килгән.
— Кроссовки ҙа, туфли ҙа, алмашҡа ла кәрәк. Һәр береһе 1200-1500 һум тирәһе. Икеһенә дүрт аяҡ кейеме алып торҙоҡ. Унан башҡа мәктәп формаһы, портфелдәр алынмаған. Элек мәктәпкә тулыһынса кейенеүгә бер балаға ун мең һум етә ине. Быйыл хаҡтар артҡан, уҡыуға әҙерләнеүгә Путин аҡсаһы етмәҫ ул, — ти шаяртыу ҡатыш аптырап район ауылдарының береһенән килгән Ә. Сабитова. — Ҡыҙым 9-сы, улым 11-се класҡа бара. Улар үҙҙәренсә алырға теләй. Икеһенең дә ҡатмарлы йыл, имтихандарға әҙерләнергә кәрәк буласаҡ, исмаһам, улыбыҙҙың компьютерын яңыртһаҡ тип торабыҙ. Ҡыҙға былтыр ноутбук алғайныҡ, хәҙер яңы телефон һорай.
Ҙурыраҡтарға аҡса күберәк китә, уларҙың кәрәк-ярағы ла күп. Өләсәһе менән килгән Арсен өсөнсө класта уҡыясаҡ. Витринанан һатыусы алып биргән тәүге аҡ күлмәкте кейҙе лә: «Ошоно алайыҡ», — тине малай. Бәләкәйҙәр менән мәшәҡәт аҙыраҡ шул.
Мәктәп өсөн портфелдәрҙең хаҡы 600 һумдан башлана. Әммә һатыусы үҙе үк уның сифатһыҙ булыуын әйтеп тора. 1000-1600 һумға малайҙарға ла, ҡыҙҙарға яраҡлыларҙы табырға мөмкин. Аяҡ кейемдәренең уртаса хаҡы 1500 һум. Ҡыҙҙар өсөн туфли-балеткаларҙы осһоҙораҡҡа табырға мөмкин. Кроссовки бөтә магазиндарҙа ла тиерлек мең ярым тора. Ҡыҙҙар өсөн блузкалар 700 һумдан алып 1300-гә тиклем, алъяпҡыслы формалар 1200 һум тирәһе. Малайҙарға спорт костюмдары — 1500-1800 һум, салбар-күлмәктәрҙе 500-1000 һумға алып була.
Канцелярия тауарҙарын ҡалаға ҡарағанда үҙебеҙҙә алыу отошлораҡ. Бында яйлап һайлау мөмкинлеге бар, хаҡтар ҙа артыҡ тешләшмәй. 12 битлек дәфтәрҙәр 4 һумдан, 18 битлектәре 6 һум 50 тиндән башлана. Көндәлекте 30-200 һумға алырға мөмкин. Ручкалар — 5-6 һумдан алып, пеналдар — 50 һум, альбомдар — 12 һум, төҫлө ҡәләмдәр 50 һум тора. Уртаса хаҡтар бирелде, һәр кем үҙ кеҫәһенә, әйберҙең сифатына ҡарап һайлай ала.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас