Йәмғиәт
20 Августа 2021, 11:50

Тәбиғәт парктарына барырға рөхсәт ителде

Туристарға тәмәке тартыу, усаҡ яғыу кеүек тыйыуҙар хаҡында онотмаҫҡа кәңәш ителә

Башҡортостанда туристар төркөмө менән «Ирәмәл» һәм «Еҙем» тәбиғәт парктарына барырға рөхсәт ителде.

Был турала Башҡортостан Экология министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

Бынан алда аномаль эҫелек һәм урмандарҙа янғын сығыу хәүефе артыуына бәйле парктар ябылғайны.

«Туристик миҙгелдең ҡыҙған осорон һәм туристик ойошмаларҙан бик күп мөрәжәғәттәр килеүен иҫәпкә алып, үҙгәрештәр индереү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Ун кешенән артмаған төркөмдәргә «Ирәмәл» һәм «Еҙем» тәбиғәт парктарына инергә мөмкин. Янғынға ҡаршы сараларҙы үтәү тәртибе тураһында инструктаж үткәреү мотлаҡ. Туристик фирмаларға парктарға инеү өсөн рөхсәт алырға һәм ведомствоға төркөм ағзалары хаҡында мәғлүмәт тапшырырға кәрәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, усаҡ яғыу, тәмәке тартыу, сигнал ракеталарын файҙаланыу һәм янғын хәүефен арттырған башҡа ғәмәлдәр, шулай уҡ тәбиғәт парктары биләмәһендә ҡуныу тыйыла», — тине Башҡортостандың Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы етәксеһе Салауат Нафиҡов.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас