«Ҡулайлы интернет» дәүләт-шәхси проекты сиктәрендә элемтә һәм интернет операторҙары үҙ иҫәптәренә инфраструктура төҙөй, ә республика был сығымдарҙы 50 процентҡа тиклем ҡаплай.
Проект Рәсәй кимәлендә үҙенсәлекле. Ул 262 торама пунктта 40 мең самаһы йорт һәм фатирҙы, йәғни 100 меңдән ашыу кешене 100 Мбит/с тиклемге тиҙлекле интернет менән тәьмин итеүҙе үҙ эсенә ала. 20 августҡа ҡарата эштәр 165 торама пунктта алып барыла, уларҙа 12 мең йорт хужалығы интернетҡа тоташтырылған да инде.
#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан