26-28 августа теләге булғандар Рубежный урамындағы “Йәш һөнәрмәндәр паркы”нда һәр кем үҙен — try-a-skill («үҙеңде һөнәрҙә һынап ҡара»)— төрлө һөнәрҙә һынай ала. Был программа айырыуса 5-11 класс уҡыусылары өсөн ҡыҙыҡлы.
Майҙансыҡта робот менән идара итеп ҡарарға, тәүге медицина ярҙамы күрһәтергә өйрәнергә, виртуаль аппаратта иретеп-йәбештереү эштәре башҡарып ҡарарға, электросхеманы йыйып, уны 3D-форматта баҫып сығарып ҡарарға мөмкин буласаҡ.
Ололар ҙа үҙҙәрен иретеп-йәбешетереүсе, нефтяник, умартасы, полииейский һөнәрендә үҙҙәрен һынай ала. Был ҡыҙыҡлы ла, файҙалы ла буласаҡ. Килегеҙ, үҙегеҙҙе һынап ҡарағыҙ, үкенмәҫһегеҙ.
H1 һанлы павильон 10-дан 16 сәғәткә тиклем эшләй. Бер экскурсияға 40 минут тирәһе ваҡыт китә. Павильонды үҙегеҙ таба алмаһағыҙ, ирекмәндәргә мөрәжәғәт итегеҙ, улар ярҙам итәсәк.