Йәмғиәт
26 Августа 2021, 14:15

Ысын балды ялғандан айыра беләһеңме?

“Йәш һөнәрмәндәр”милли чемпионатында ысын балды ялғандан айырырға өйрәттеләр. #НацфиналУфа #Нацфинал2021 #WorldSkillsRussia 

Добавить в предпочтительные источники Google

Ни тиһәң, Башҡортостан — бал иле. Ә ысын балды ялғандан айыра беләбеҙме икән беҙ? Милли чемпионат майҙансыҡтарының береһендә һигеҙенсе класс уҡыусыһы Ғәлиә Ширғазина тиҫтерҙәрен ошо файҙалы шөғөлгә өйрәтте.

—Бының өсөн балды һыуҙа иретергә кәрәк. Һәм уға бер генә тамсы йод ҡушабыҙ. Бер минуттан балдың төҫө үҙгәрмәһә, ул ысын бал була, ялғаны күк шәмәхә төҫөн ала. Күрәһегеҙ, ике һауыттағы бал ысчын бул, ә быныһы ялған булып сыҡты, — тип тәжрибә үткәреп иҫбатланы һөйләгәндәрен Ғәлиә.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас