Йәмғиәт
27 Августа 2021, 06:40

Башҡорт рухлы, дәртле Фәттәховтар йәйләүендә

«Ҡаҙмаш» ЯСЙ-һында етештерелгән ҡымыҙҙың республика конкурсында юғары баһаланыуы хаҡында яҙып сыҡҡайныҡ инде.

Башҡорт рухлы, дәртле Фәттәховтар йәйләүендәБашҡорт рухлы, дәртле Фәттәховтар йәйләүендә
Башҡорт рухлы, дәртле Фәттәховтар йәйләүендә

«Ҡаҙмаш» ЯСЙ-һында етештерелгән ҡымыҙҙың республика конкурсында юғары баһаланыуы хаҡында яҙып сыҡҡайныҡ инде.

— Был, әлбиттә, тотош ғаиләбеҙҙең көсөргәнешле һәм намыҫлы эше һөҙөмтәһе, — ти хужалыҡ етәксеһе Айтуған Фәттәхов. — Быйыл ҡымыҙҙы әсәйем һәм һеңлеләрем беште. Республика кимәлендә ойошторолған Ҡымыҙ байрамында өсөнсө йыл рәттән ҡатнашабыҙ. Тәүге йылда милли ризыҡтар әҙерләп, башҡорт милли кейемендә барҙым, унда «Тамашасы һөйөүе» номинацияһында билдәләндем. Уҙған йыл хәрби хеҙмәттә булғанлыҡтан, бәйгелә әсәйем менән атайым ҡатнашты, шулай уҡ номинацияға лайыҡ булдылар, — тип һөйләй Айтуған. — Быйыл эштәр тығыҙ булһа ла, көсөбөҙҙө һынап ҡарарға булдыҡ һәм өс көн алда ғына заявка ебәреп, тәғәйен көндө ҡымыҙ өлгөләрен алып, Өфөгә юлландыҡ. Сәфәребеҙ бушҡа булманы, республика буйынса беренсе урынды алдыҡ: әсәйем, Шәүрә Әмир ҡыҙы, иң яҡшы ҡымыҙ бешеүсе тип табылып, БР Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы һәм 50 мең һумлыҡ аҡсалата приз менән билдәләнде.
Ҡымыҙ етештереү — миҙгелле шөғөл. Нәҡ ошондай ҡыҙыу мәлдә һауынсылар Фәниә Дауытова менән Зарема Исҡаҡова һауған һөттө Шәүрә Фәттәхова ҡыҙҙары Дилә һәм Фәриҙә менән бешеп өлгөртә. Ҡыҙҙары отпуск, каникул мәлдәрендә йылҡысылыҡ фермаһында эшләй, үҙҙәре әйтмешләй, йәнгә рәхәт, тәнгә дауа, күңелгә ял табалар. Шәүрә Әмир ҡыҙы Ҡаҙмаш мәктәбе уҡытыусыһы. Дилә быйыл Мәскәүҙәге М. С. Щепкин исемендәге училищены тамамлаған, хеҙмәт юлын Өфөлә башлаясаҡ, Фәриҙә иһә Ҡазан ҡалаһы уҡыу йорттарының береһендә технолог һөнәрен үҙләштерә.
Ҡымыҙ бында ерек менән ыҫланған ҡарағай көбөләрҙә генә бешелә, шуға Фәттәховтарҙың ҡымыҙы үҙенсәлекле тәме менән айырылып тора.
— Бейәләрҙе һауып, ҡымыҙ етештерә башлаған тәүге осорҙа ҡымыҙҙы Бөрйән, Баймаҡ райондарына үҙем ташып һаттым, был бик мәшәҡәтле ине. Хәҙер беҙҙең ҡымыҙҙы танып беләләр, һәр ерҙә теләп алалар. Был шифалы эсемлекте әле көнөнә 500 литр яһап, һатыуға сығарабыҙ, — тип һөйләй Айтуған. — Бер тоннаға еткергән мәлдәр ҙә булды. Ул тиклем ҙур күләмде эшләүе еңел түгел, өҫтәүенә эсемлекте, ныҡ әсемәҫ элек, 2-3 көндә һатырға кәрәк. Беҙ «Әбйәлил ҡымыҙы» тип исемләнгән эсемлектең сифаты һәр саҡ юғары булһын өсөн тырышабыҙ.
Ҡоролоҡ, үлән юҡлыҡ арҡаһында, һөт кәмегән. Шуға ла башта 100 бейәне бәйләһәләр, бөгөн 70-кә ҡалдырғандар. «Ҡаҙмаш» ЯСЙ-һында етештерелгән продукция бөгөн Өфөлә Салауат Юлаев майҙанында, Яҡутов паркында һатыла. Асҡарҙың «Фасоль», «Күстәнәс» мага-зиндарына даими сығарыла. Продукцияны ташыу өсөн фермерҙың махсус транспорты — рефрижераторы булыуы продукцияны һатып алыусыға һаумал көйө алып барып еткерергә мөмкинлек бирә.
— Магазиндарға сығарылған ҡымыҙ тиҙ арала һатылып бөтә. Һуңғы ваҡытта рус халҡы беҙҙең милли эсемлекте бик теләп һатып ала. Быға коронавирусты профилактикалауҙа, дауалауҙа уның әһәмиәте ҙур булыуҙы таныуҙары ла булышлыҡ итәлер. Ғөмүмән, үпкә сирҙәренән арыныуҙа ҡымыҙ элек-электән киң ҡулланылған бит, — тип дауам итә Айтуған Илһам улы. — Улай ғына түгел, хәҙер сауҙа рәттәрендә йылҡы итенән әҙерләнгән сифатлы ризыҡтарға һорау арта.
Райондаштарын сифатлы ит ризығы менән тәьмин итеү маҡсатында Айтуған Фәттәхов «Агростартап» конкурсында «Йылҡысылыҡты үҫтереү һәм ит продукциялары етештереү» проекты менән еңеп, грант алыуға өлгәшкән. Дәүләттән алынған аҡсаны техника һатып алыуға тотонған. «Беларусь» тракторы, пресс-йыйғыс, урғыс һәм ит эшкәртеү цехына ҡорамалдар алған.
Ит эшкәртеү цехы фермерҙың Айғырбатҡан ауылы янындағы базаһында төҙөлә. Ике ҡатлы бина әҙер тиерлек, әле ҡорамалдар ҡайтарыла, монтажлана.
Малсылыҡ өлкәһендә үҙ эшен булдырған Айтуған Аграр университеттың зоотехния факультетын тамамлаған. «Ит эшкәртеү цехы асылһа, эшкә дипломлы зоотехниктар, технологтар, ветеринарҙар кәрәк буласаҡ», — ти ул.
Бөгөн Асҡарҙа ҡуртымға алынған бинала эшләп килгән мал һуйыу цехын да ошонда күсереү планлаштырыла.
— Халыҡҡа таҙа, сифатлы ит тәҡдим ителергә тейеш. Бына билмәнде генә алайыҡ, үҙебеҙҙә етештерелһә лә, нимәләр генә ҡушылмай уға. Беҙҙең цехта хәләл продукция сығарыласаҡ. Әбйәлил-дәргә малын тапшырыр урын да буласаҡ. Сөнки бөгөн күпселек кеше малын осһоҙ хаҡҡа тапшыра. Ошонда уҡ һимертеү майҙансығы төҙөү ҙә планда бар, — тип һөйләй ул.
Булдыҡлы егеттең фермаһында тик таҙа башҡорт тоҡомло йылҡы малы аҫырала. 2011 йылда йәмғиәт тоҡом репродуктор ойошма статусын алғас, малдарҙы тәрбиәләү һәм үрсетеү алымдарын юғары кимәлгә сығарыу талап ителгән. Ошо күп йылдар дауамында Фәттәховтар үҙҙәренең эшмәкәрлеге менән хужалыҡтарында башҡорт тоҡомло аттарҙың уникаль генофондын һаҡлап килә. Һәр бер аттың паспорты бар.
Тоҡом малсылығын үҫтереүҙә юғары күрһәткестәргә өлгәшкәне өсөн 2020 йылда «Ҡаҙмаш» ЯСЙ-һы «Алтын көҙ» Бөтә Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһенең алтын миҙалына лайыҡ булды. Хужалыҡта үҫтерелгән тоҡомло малды бөгөн республиканың төрлө райондарынан, Силәбе өлкәһенән, Ҡаҙағстандан да һатып алыусылар күп.
Фәттәховтар 2018 йылдан «Иван-чай» маркаһы аҫтында болануттан сәй етештереүҙәре менән дә билдәле. Нигеҙҙә июль-август айҙарына тура килгән был миҙгелле эш осоронда үлән йыйыуға 15-ләгән кеше йәлеп ителһә, уны эшкәртеүгә, йәғни киптереп, ҡаптарға һалыуҙа тағы биш кеше эшләй.
Фәттәховтарҙың үҙҙәренең таҡта ярыу цехы ла бар.
— Ҡасандыр, цехта халыҡҡа ағас бысыу, таҡта ярыу хеҙмәттәре күрһәтеп, аҡса эшләнек. Бөгөн ул тик үҙебеҙҙең мәнфәғәттә эшләй, база биләмәһен кәртәләп алыу өсөн ағас быстыҡ. Бынан тыш, ит эшкәртеү цехы төҙөлөшөнә лә ағасы-ташы кәрәк. Өҫтәүенә, көтөүселәр, бейә һауыусылар өсөн йорттар ултырттыҡ. Ҡымыҙ бешеүгә айырым бина ҡоролдо, базала мунса ла бар, — тип таныштыра эштәре менән Айтуған. Әйе, Айғырбатҡан янындағы база бөгөн бәләкәй генә ауылды хәтерләтә.
Быйыл һынамаҡҡа 30 баш ҡаҙ бәпкәһе алған, улар ҙа ошонда уҡ тотола.
— Әллә ни артыҡ мәшәҡәт тыуҙырмайҙар, көтөргә була. Өҫтәүенә, ит эшкәртеү цехы эшләй башлаһа, ҡош-ҡорт итенән дә продукция етештерергә мөмкин. Шуға күрә киләһе йыл ҡаҙҙар һанын байтаҡҡа арттырырға иҫәп, — ти йәш фермер. Бынан тыш тоҡомло һауын кәзәләре лә бар икән.
Бөгөн, һәр хужалыҡтағы кеүек, «Ҡаҙмаш» йәмғиәтендә лә ураҡ, мал аҙығы әҙерләүҙең ҡыҙған мәле.
— Ураҡ, бесән әҙерләү менән атайым Илһам Баян улы етәкселек итә. Тиҙҙән ураҡҡа төшәбеҙ, 300 гектарҙа һоло, арпа сәскәнбеҙ, — ти А. Фәттәхов.
Бай техника паркына эйә фермер башҡаларға мал аҙығы, иген культураларын сабыу, йыйып-һуғыу, ташыу буйынса хеҙмәттәр күрһәтә.
Киләсәктә Айтуған Фәттәхов агротуризм йүнәлешендә лә үҫешергә иҫәп тота. Ошо арала «Ҡаҙмаш» йәмғиәтенә турҙар ойошторорға әҙер булған Мәскәү операторы килеүен көтәләр.
— Ғөмүмән, был йүнәлеш тә беҙҙең ғаилә өсөн ят шөғөл түгел. Бер нисә йыл элек ШОС һәм БРИКС саммитында ҡатнашҡан сит ил ҡунаҡтарын элекке йәйләү урынлашҡан «Таҡтаҡош»та ҡабул иткәйнек. Тирмә ҡороп, милли ризыҡтар әҙерләп, милли кейемдәрҙә ҡаршыланыҡ. Күптән түгел «Цемикс» заводын асыуға килгән, илебеҙҙең төрлө төбәктәренән күп һанлы журналистарҙы ҡабул иттек, — тип һөйләй был хаҡта Айтуған Илһам улы.
Журналистар өсөн Туризмды үҫтереү үҙәге экскурсия саралары ойошторған: тау-саңғы үҙәгендә Ҡарауылтауға күтәрелгәндәр, унан «Ҡаҙмаш» йәмғиәте базаһында булғандар: улар бейә һауып ҡараған, ҡымыҙ ҙа бешкән. Башҡорт аттары һәр кемдә ҡыҙыҡһыныу уятҡан, һыбай йөрөп тә ҡарағандар. Рөстәм Баһаув уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәргән. Район һабантуйы майҙансығында ҡоролған тирмәлә башҡорттарҙың боронғо йәшәйешен сағылдырған күргәҙмә эшләгән. Фәттәховтар ошонда уҡ ҡунаҡтарҙы милли ризыҡтарыбыҙ менән һыйлаған.
— Киләсәктә туризм менән шөғөлләнеү өсөн, иң элек, ял йорттары төҙөргә кәрәк. Интернет заманы булғас, беҙҙең хаҡта күптәр хәбәрҙар. Әле генә һауылған һәм бешелгән ҡымыҙ менән дауаланырға теләгәндәр шылтыратып, ошонда 7-14 көн йәшәү мөмкинлеген белешә. Тимәк, был маҡсатта Айғырбатҡандағы базала һәм «Таҡтаҡош»та бәләкәй ҡунаҡ йорттары төҙөү маҡсатҡа ярашлы буласаҡ, — фермерҙың башҡарған хеҙмәте лә, пландары ла ҙурҙан.
Йәш эшҡыуарҙарға ҡыйыулыҡ, сәм, егәрле холоҡ хас. Мәҡәләм геройы ла бөгөнгө заман һынауҙарына бирешмәй, ауырҙарҙан һаналған ауыл хужалығы тармағында тырышып эшләп, милли ризыҡ етештереп, башҡорт тоҡомло аттар үрсетеп, шул рәүешле халҡыбыҙ рухын, йолаларын һәм булмышын һаҡлауға ҙур өлөш индерә.

 

Башҡорт рухлы, дәртле Фәттәховтар йәйләүендә
Башҡорт рухлы, дәртле Фәттәховтар йәйләүендә
Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас