WorldSkills хәрәкәте уҡыусыларҙың урта уҡыу йортонда белем алыу теләген арттыра тигән фекерҙә Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының мәғариф өлкәһендә дәүләт сәйәсәте департаменты директоры Виктор Неумывакин «Әгәр хәтерегеҙҙә булһа, 90-сы йылдарҙа эш биреүселәр тәжрибә өсөн аҡса һорай торғайны, ә хәҙер улар үҙҙәре колледждарға эшселәр һорап килә», – тине ул.
«Һөнәри оҫталыҡты арттырыу агентлығы» ойошмаһы генераль директоры Роберт Ураҙов балаларҙы эшкә йәлеп итеү проблемаһын атаны:
«Бөгөн беҙҙең балалар бөтөнләй икенсе донъяла йәшәй. Уларҙы үҙ иркенә ҡаршы нимәлер булһа ла эшләтеүе ҡыйын. Беҙ ошо проблема хәл итеүҙә Ворлдскиллсты ҡорал итеп файҙаланабыҙ. Улар чемпионат ярҙамы менән төшөнә, аңлай, иң мөһиме, эшләргә теләге килеп тыуа».