Йәмғиәт
28 Августа 2021, 03:00

Намыҫлы хеҙмәте өсөн юғары баһа

Рәсәйҙең хәрби ведомствоһы етәксеһе Сергей Шойгу "Витязь" машиналар эшләү компанияһы” акционер йәмғиәте хеҙмәткәре Эдуард Сәйфуллинды "Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн" миҙалы менән бүләкләне. #национальныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан

Рәсәйҙең хәрби ведомствоһы етәксеһе Сергей Шойгу "Витязь" машиналар эшләү компанияһы” акционер йәмғиәте хеҙмәткәре Эдуард Сәйфуллинды "Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн" миҙалы менән бүләкләне.

Эдуард Сәйфуллин Ишембай ҡалаһындағы “Витязь” заводында эшләй. Ул – Рәсәй оборона-сәнәғәт комплексының күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн юғары баһа алған туғыҙ вәкиленең береһе.

Рәсәй Оборона министрлығының “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалын яҡташыбыҙға илдең хәрби ведомствоһы етәксеһе Сергей Шойгу тапшырҙы. Эдуард Сәйфуллин предприятиела 35 йылға яҡын эшләй. Ул программа менән идара ителеүсе станоктарҙы һәм манипуляторҙарҙы көйләй, егерме йылдан ашыу шәхси сифат тамғаһына эйә. Эдуард Исмәғил улында, үҙе әйтеүенсә, профессияһын алмаштырыу уйы бер ҡасан да булмаған. Атаһы эргәһендә бына ун йыл инде улы Артур ҙа хеҙмәт итә.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты 2024 йылғаса илдә хеҙмәт етештереүсәнлеген йыл һайын 5 процентҡа үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырыуҙы күҙ уңында тота.

Автор:
Читайте нас