24-25 августа Рәсәй Президенты грантына тормошҡа ашырылыусы сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле граждандар «Ағиҙел тулҡындарында» проектының 7-се ял көнө турында ҡатнашты. Был юлы Асҡар, Әлмөхәмәт, Таштимер, Красная Башкирия биләмәләренең инвалидтар йәмғиәттәре активистары – бөтәһе 11 кешенән торған төркөм хозур тәбиғәтле Бөрйән районында булып, Ағиҙелдән ағып төштө. Турҙа ҡатнашыусыларҙың ялын күңелле һәм иҫтәлекле итеп ойоштороуҙа ирекмәндәр Әхәт Мортазин, Кристина Хомякова, медицина хеҙмәткәре Татьяна Вощилова, инструктор Рәмил Иҫәнбаев, водитель Фәнис Исрафилов булышлыҡ итте.