Йәмғиәт
2 Сентября 2021, 07:55

Киләһе йылдан әсәлек капиталы арта

2022 йылдан беренсе һәм икенсе балаға түләнәсәк аҡса күләме күпме буласаҡ?

2022 йылда беренсе балаға әсәлек капиталының күләме — 503 мең һумдан ашыу, икенсе балаға иһә 665 мең һум була. 

«2022 йылда беренсе балаға әсәлек капиталының күләме — 503 237 һум, икенсе балаға иһә 665 009 һум була», — тине Рәсәйҙең хеҙмәт министры Антон Котяков. Әгәр ғаилә беренсе балаға әсәлек капиталын алған икән, икенсеһенә өҫтәмәнең күләме 161 772 һум буласаҡ.

 

Быйыл 1 ғинуарҙан әсәлек капиталының күләме беренсе балаға — 483,8 мең, ә икенсе балаға — 639,4 һум тәшкил итә.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас