

Өфөлә IX «Йәш һөнәрмәндәр» WorldSkills Russia милли чемпионаты тамамланды. Еңеүселәр араһында яҡташыбыҙ ҙа бар — Асҡар егете Радмир Ғәлиәкбәров Башҡортостан йыйылма командаһының бронза миҙал яулаған биш ағзаһының береһе.
Радмир — Таһир Кусимов исемендәге гимназияның химия уҡытыусыһы, Рәсәй Президенты гранты лауреаты Илүзә Ишбулат ҡыҙы менән Магнитогорск металлургия комбинаты эшсеһе Шәфҡәт Ғәлиәкбәр улы ғаиләһендә икенсе бала. Ғәлиәкбәровтарҙың өлкән улдары Илдар Өфө дауаханаларының береһендә стоматолог. Быйыл мәктәпте тамамлаған ҡыҙҙары Эльвина Рәсәй кооперация университетының Өфө филиалында иҡтисад факультеты студенты.
2014 йылда гимназияны тамамлаған Радмир Магнитогорск ҡалаһындағы Г. И. Носов исемендәге техник университетҡа уҡырға инә. Юғары белемле егет хеҙмәт юлын алыҫ Себер яҡтарында башлай.
Өфөлә үткән #Өйҙә йәштәр форумында ҡатнашырға насип була уға. Был сара Башҡортостандан сыҡҡан һәм сит яҡтарҙа уҡып, эшләп йөрөгәндәрҙе республикаға ҡайтарыу һәм йәштәрҙе берләштереүҙе маҡсат итә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашыусыларға «Беҙ һеҙҙе өйҙә көтәбеҙ!» тигән саҡырыу ташлай.
Ошо саранан һуң Радмир Башҡортостанға ҡайтырға ҡарар итә һәм Өфөлә төпләнә. Өфө халыҡ-ара аэропортына эшкә урынлаша. Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһына уҡырға инә.
— Эштә «Йәш һөнәрмәндәр» конкурсының республика этабы үтеүе хаҡында иғлан күреп, етәкселектән бәйгелә ҡатнашырға рөхсәт алдым. Чемпионат Өфө аэропортында үтте. Мәскәү, Санкт-Петербургтан тыш, беҙҙән өс команда ҡатнашты. Өс этапта ярыштыҡ. Командабыҙ алтын миҙалға лайыҡ булды. Апрель аҙағында Мәскәүҙә уҡыуҙа булып, белем эстәнек, күнекмәләр үттек, тәжрибә тупланыҡ, — тип башланы һүҙен Радмир.
Еңеүсе команда булараҡ, улар ошо көндәрҙә баш ҡалала үткән WorldSkills милли чемпионаты финалында ҡатнашыу хоҡуғын ала. «Һауа транспортында сервис» исемле компетенция Өфө аэропортындағы һәм Рубежная урамындағы төп майҙансыҡтарҙа урынлаша.
— Ярыш шарттары буйынса, терминал биләмәһенә хәүеф менән янаған пассажирҙы үткәрмәү бурысы ҡуйылды, — тип һөйләй Радмир. — Пассажирҙар ролендә Өфө авиация колледжының 25 студенты сығыш яһаны. Уларҙы металл эҙләү ҡорамалы аша үткәреү, багаждарын ентекле тикшереү, багаж араһынан һауа судноһында йөрөтөүгә тыйылған әйберҙе эҙләп табыу бурыстары ҡуйылды, был эште 40 минут эсендә сифатлы башҡарыу талап ителде, — ти егет.
Конкурсанттар өсөн төрлө сетерекле хәлдәр уйлап сығарыла: балалы ҡатын, үҙе менән самолетҡа йорт хайуаны алған ир, бар нәмәгә ризаһыҙлыҡ белдереп йөрөгән янъялсы, кәрәккән-кәрәкмәгән һорауҙар биреп йөҙәтеүсе пассажир һ.б. Радмирҙарҙың командаһы төрлө пассажирҙар менән мөғәмәлә итеүҙең һөнәри күнекмәләрен күрһәтергә тейеш була, йәғни килеп тыуған сетерекле хәлдән сығыу юлын оҫта таба белеү, пассажирҙарҙы теркәү һәм рейс алдынан тикшереүҙе сифатлы үткәреү бурысы ҡуйыла.
— Пассажирҙарҙың сумкаларында кейем-һалымы ла, көнкүреш кәрәк-ярағы ла, сәйәхәттә кәрәкле башҡа әйбере лә була. Ҡайһы берәүҙәрҙә, самолетҡа алыуға рөхсәт ителмәгән әйберҙәр бар ине. Мин, мәҫәлән, бер пассажирҙың багажынан самолетта осҡанда алып йөрөү ҡәтғи тыйылған пиротехник ҡорамал таптым, — ти яҡташыбыҙ.
«Һауа транспортында сервис» компетенцияһында чемпионат финалында республика намыҫын ике команда яҡлай. Эльвина Ғибәҙуллина, Маргарита Насирова, Денис Рысаев, Алина Хисмәтуллиналарҙан торған команда өсөнсө урын яулап, бронза миҙал менән бүләкләнде. Команда ағзалары Башҡортостан Башлығы ҡарарына ярашлы, чемпионатта еңеүселәр булараҡ премия аласаҡ.
WorldSkills Russia милли чемпионатында Башҡортостан командаһы Татарстан вәкилдәренән ҡалышып, икенсе урында билдәләнеүендә талантлы яҡташыбыҙ Радмир Ғәлиәкбәровтың өлөшө лә баһалап бөткөһөҙ.