14-22 йәшлек егет-ҡыҙҙарҙың электрон «Пушкин карта»һын алыу мөмкинлеге бар, унда мәҙәни сараларға барыу өсөн өс мең һум аҡса һалынған. Киләһе йылда был сумма 5 мең һум була. Аҡсаны йыл аҙағына тиклем тотонорға кәрәк.
Картанан файҙаланыу өсөн Дәүләт хеҙмәттәре порталында һәм «Дәүләт хеҙмәттәре. Мәҙәниәт» махсус мобиль ҡушымтаһында теркәлергә кәрәк. Карта виртуаль итеп эшләнә һәм махсус ҡушымта аша ғына ғәмәлдә. Бынан тыш, проекттың операторы «Почта Банк» ғариза буйынса пластик карта биреүе ихтимал.
Был аҡсаны мәҙәни ялға: музейға, театрға, галереяға, филармонияға, консерваторияға һәм башҡа мәҙәниәт учреждениеларына ғына тотонорға ярай. Әммә «Пушкин карта»һына үҙаллы аҡса һалып булмай, картаға аҡсаны йылына бер тапҡыр дәүләт күсерә.
Башҡортостанда 21 дәүләт мәҙәниәт учреждениеһы «Пушкин картаһы» программаһын ғәмәлгә ашырыуға ҡушылды, улар араһында 17 театр-концерт ойошмаһы һәм 4 музей бар.
«Бөгөнгә беҙҙең республика буйынса порталда 300-ҙән ашыу сара (спектаклдәр, концерттар, күргәҙмәләр) урынлаштырылған. Киләсәктә китапханаларҙы йәлеп итеү күҙаллана. Карта алған йәштәр илебеҙҙең теләһә ниндәй төбәгендә мәҙәниәт учреждениеһын һайлау хоҡуғына эйә, сөнки был — федераль проект», — тине Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.
Башҡортостан Республикаһының Милли музейы директоры Альбина Ярмуллина республика музейҙары араһынан программала Өфө филиалдары менән Милли музей, Нестеров исемендәге Художество музейы, Милли әҙәбиәт музейы һәм Хәрби дан музейының ҡатнашыуы тураһында һөйләне. Билет хаҡы — 80-100 һум. Республика музейҙары сайттарында «Пушкин картаһы буйынса алырға» тигән махсус төймә бар.
«Пушкин картаһы»н йәшәгән төбәктә генә түгел, ил буйлап сәйәхәт иткәндә лә ҡулланырға мөмкин. Аҡсаны федераль, төбәк һәм хатта шәхси мәҙәниәт учреждениелары билеттары өсөн тотонорға була.