Ошо дәүләт ярҙамы ике меңдән ашыу бәләкәскә яслиға йөрөү мөмкинлеге бирәсәк.
БР Башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, бындай сертификаттар балалар баҡсаларына сиратты кәметеү менән бер рәттән төҙөлөш өлкәһендә сығымдарҙы кәметә. «Шәхси балалар баҡсаһында ике мең урын — 10 мәктәпкәсә учреждение тигән һүҙ. Әгәр беҙ уларҙы төҙөргә тотонһаҡ, 5 миллиард һум аҡса талап ителер ине. 2020 йылда төбәктә 25 балалар баҡсаһы асылды, әммә был әҙ. Бөтә ауылдарҙа ла балалар баҡсалары һорайҙар. Шуның өсөн сертификаттар биреү географияһы киңәйтеләсәк». Сертификат биреү тәүге тапҡыр Стәрлетамаҡ ҡалаһында тормошҡа ашырылғайны, бында бер йыл эсендә 200 кеше ошо хоҡуҡ менән файҙаланды. Былтыр был проектҡа баш ҡала ла ҡушылды. Шәхси балалар баҡсаһына сертификаттар тапшырыу «Демография» милли проекты сиктәрендә башҡарыла.